+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Февраль 2021, 15:55

Шағирәләр ҙа Себерҙә аҡса эшләй

Журналист, шағирәне алыҫ Себерггә китергә нимә мәжбүр иткән?

Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның исеме әҙәбиәтте һөйөүселәргә яҡшы таныш. Ошо көндәрҙә ул социаль селтәрҙә үҙенең алыҫ Себерҙә өс ай эшләп ҡайтыуы тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлаша. Ул унда ҡулына йыуғыс һәм швабра алып таҙалыҡ, йәм булдыра. Эштең, йәшәү шарттарының ауырлығын йәшермәй шағирә. Кислород етмәүҙән иң ҡәҙерле әйбер кәнфит, шәкәр булыуын бәйән итә. Әҙәм балаһы ауырлыҡҡа сыҙам зат. Тәнзилә апай менән да тап шулай була. Тир түгеп тапҡан аҡсаһын кеҫәһенә һалып, күңеле тулы яңы тьәҫораттар менән Башҡортостанға ҡайтҡан әҙибә бөгөн инде ижади бейеклектәргә табан ынтыла.
Читайте нас: