+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Февраль 2021, 14:20

Теге өсәүҙән йондоҙнамә!

ҠЫҪАЛА. Үҙегеҙ булып ҡарағыҙ әле. Күптәр ултыра төшөр, кемдер "уааау" тип һоҡланыр. Һеҙ ҙә тынысланырһығыҙ.Ҡалғаны түбәндә.

Ҡуҙы. Күңелегеҙгә лә, тәнегеҙгә лә яра алыуығыҙ ихтимал. Ә ғәйеплене табып булмаясаҡ. Шуға иғтибарлы булығыҙ.
Буға. Үҙ һүҙем, үгеҙ күҙем тип йөрөү еткәндер. Башҡаларҙы ла тыңлай, аңлай белергә, ярҙам ҡулы һуҙырға кәрәк.
Игеҙәктәр. Һеҙгә кемделер ҡыуандырырға кәрәк булыр. Был эште ҙур ихласлыҡ менән башҡарығыҙ.
Ҡыҫала. Үҙегеҙ булып ҡарағыҙ әле. Күптәр ултыра төшөр, кемдер "уааау" тип һоҡланыр. Һеҙ ҙә тынысланырһығыҙ.
Арыҫлан. Бөгөн һеҙҙе бер нимә лә тота алмаясаҡ. Һеҙ ҡайҙа сапҡанығыҙҙы аңлап та бөтмәйһегеҙ, әммә ул ҙур эш икәненә ышанығыҙ.
Ҡыҙҙар. Герой миҙалын, егәрле маҡтауын алырға тейеш. Һеҙҙе дәртләндерергә теләмәйҙәр икән, үҙегеҙгә үҙегеҙ бүләк эшләгеҙ.
Үлсәү. Күмәкләгән яу ҙа ҡайтарған, һеҙҙең эштең дә осона сыҡҡан. Бөгөн өмәләп эш эшләгеҙ.
Саян. Һеҙҙең йондоҙоғоҙ юлығыҙҙы нығыраҡ яҡтырта. Ул юлдан башҡалар ҙа атлай. Иң мөһиме Сусанин яҙмышын ҡабатламағыҙ, кешеләрҙе аҙаштырмағыҙ.
Уҡсы. Дуҫлыҡ көсө ныҡ булыр. Үткән бәйләнештәрҙе нығытыу, яңы дуҫтар табыу өсөн уңай көн.
Ылаҡ. Бөгөн бер-ике тау аҡтарырлыҡ көсөгөҙ бар. Уны дөрөҫ файҙаланығыҙ.
Һыуғояр. Яҡын кешегеҙ һеҙҙең өмөттәрҙе аҡламаҫ, шуға кәйефегеҙ төшөүе ихтимал. Иң мөһиме-һеҙҙең намыҫ таҙа бит.
Балыҡ. Салауат күпере төҫлө көнөгөҙ. Ҡором тотоп йөрөүселәр ҙә көнөгөҙҙө ҡарайта алмаҫ.
Читайте нас: