+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Февраль 2021, 12:05

Ҡулдарынан нурҙар тама

Оҫта ҡулдар ябай ғына нәмәләрҙән дә күҙҙең яуын алырҙай матурлыҡ тыуҙыра.Ана шундай алтын ҡуллы оҫта ханымдарҙың береһе – Ҡоръятмаҫ ауылынан Фәрбиҙә Хәбибрахманова.Уның тураһында ентекләберәк беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Ҡоръятмаҫ ауылында йәшәүсе Фәрбиҙә Хәбибрахманова аҡ туҡыма һәм төрлө төҫтәге мулине ептәренән матур-матур картиналар сигә, бер һүҙ менән әйткәндә, ысын мөғжизә тыуҙыра. Шулай уҡ энә, ырғаҡтар менән бәйләү, тегеү тиһеңме – бөтәһе лә уның ҡулынан килә. Оҫта ҡуллы ханым төрлө кофталар, шәлдәр, ултырғыс һәм карауат япмалары бәйләй.
Әсәнән күргән – тун бескән, тигән халыҡ әйтемендәгесә, ҡыҙ ҡул эштәренә - әсәһе Фәриҙәнән, заманса башҡарылғандарын иһә төрлө журналдарҙан, интернеттан ҡарап өйрәнә.
Үҙе белгән шөғөлөнә башҡаларҙы ла бик теләп өйрәтә. Ауыл мәҙәниәт йортонда уҙғарылған «Кис ултырыу»ҙарҙа, шулай уҡ ҡул эштәре түңәрәктәренә йыйылғанда, ул ҡатын-ҡыҙҙарға бәйләү, тегеү һәм сигеүҙең бөтә нескәлектәрен төшөндөрә.
Үҙе тураһында һөйләүҙе үтенгәс, Фәрбиҙә ханым түбәндәгеләрҙе бәйән итте:
«Мин 1961 йылдың 2 февралендә Дәүләкән районының Алға ауылында донъяға килгәнмен. Ошо ауылда башланғыс белем алғандан һуң, күрше Ҡоръятмаҫ ауылының урта мәктәбендә, артабан Салауат ҡалаһында һөнәрселек училищеһында уҡыуымды дауам иттем. Тегенсе һөнәрен үҙләштереп, тегеү фабрикаһында хеҙмәт юлын башланым. 1983 йылда класташым, Ҡоръятмаҫ ауылы егете Әлфәрит Хәбибрахмановҡа кейәүгә сыҡтым. Өйләнешкәндән һуң алыҫ Себер тарафтарына күсеп киттек. Бер-бер артлы өс балабыҙ: улыбыҙ Ренат, ҡыҙҙарыбыҙ Римма һәм Гөлназ тыуҙы. Унда 10 йыл йәшәгәндән һуң, 1993 йылда тыуған яҡтарына кире ҡайттыҡ. Артабан Ҡоръятмаҫ урта мәктәбенә эшкә килдем һәм 2016 йылда хаҡлы ялға сыҡҡансы, балаларҙы хеҙмәткә өйрәтеү дәресенән уҡыттым. Бөгөнгө көндә ауылда төп йортта йәшәйбеҙ. Балаларыбыҙ – ғаиләле, өс ейәнебеҙ, өс ейәнсәребеҙ үҫеп килә. Хаҡлы ялда тип ҡул ҡаушырып ултырған юҡ, ихата тултырып ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫрайбыҙ, умарта тотабыҙ, баҡса үҫтерәбеҙ. Бар эштә лә ҡәйнәм Фәниә – оло ярҙамсым.
Яратҡан шөғөлөм иһә миңә йән тыныслығы бирә, уйҙарымды тәртипкә һалырға ярҙам итә. Башлаған эшемде тиҙерәк тамамларға, осона сығырға тырышып, күп ваҡыт төндәрем дә йоҡоһоҙ үтә».
Уңған кеше бар нимәгә лә өлгөрә, Фәрбиҙә Хәйрулла ҡыҙы – йортонда өлгөр, егәрле хужабикә. Бөтә донъяһы гөлгә күмелеп ултыра Хәбибрахмановтарҙың. Бер-береһен аңлап, ярҙамлашып йәшәгәс, хатта тормош һынауҙары ҡаршыһында ла бөгөлөп төшмәйҙәр (2019 йылда ҙур йорттары тулыһынса янып бөтә. Шуға ҡарамаҫтан, яңынан йорт бөтөрөп сыҡҡандар. Ярҙамдары өсөн ауылдаштарына рәхмәтле улар.).
«Яратҡан шөғөлөм, янымда ҡәҙерле, яҡын кешеләрем булғанда, ҡартайырға һис тә ваҡытым юҡ», - тип йылмая Фәрбиҙә ханым.
Күҙ нурҙары менән һуғарып, һөйөү менән башҡарылған эштәр гүзәллеккә әйҙәй, күңел күтәренкелеге өҫтәй. Фәрбиҙә Хәйрулла ҡыҙы кеүек алтын ҡуллы кешеләр булғанда, ер йөҙөндә матурлыҡ арта ғына барыр, был шөғөл уның балаларына ла мираҫ итеп тапшырылыр, тип ышанабыҙ.
Форсаттан файҙаланып, Фәрбиҙә Хәйрулла ҡыҙы Хәбибрахманованы күркәм байрамы- мәртәбәле юбилейы менән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә донъяға йәм өҫтәп, балаларының шатлығына ҡыуанып, оҙаҡ йылдар йәшәүен теләйбеҙ.
Читайте нас: