Ҡуҙы. Социаль дистанцияны иҫкә төшөрөргә тура килер. Вирус түгел, ә кешеләр менән һүҙгә килешеү һеҙгә янай. Бөгөн сит-ят кешеләрҙе урап ҡына маршруттар һалығыҙ.
Буға. Дуҫтар менән тиң ултырып һөйләшер өсөн Артур кеүек түңәрәк өҫтәл уйлап сығарырға кәрәкмәй. Ябай сәй табыны ҡороп та, ултырып һөйләшергә, күптән һаҡланған үпкәләрҙе оноторға мөмкин.
Игеҙәктәр. Яңы килгән теүәккәл идеялар хатта үҙегеҙҙелә ҡурҡытыр. Уларҙы башығыҙҙан ҡыуырға ашыҡмағыҙ. Дыуамал уйҙар араһында бер-ике файҙалыһы ла булыр.
Ҡыҫала. Һеҙ үҙегеҙҙе һайлау алдындағы электорат кеүек тойорһоғоҙ – күп итеп матур-матур вәғәҙәләр өҫтөгөҙгә ауыр. Әммә уларҙың яртыһы булһа ла тормошҡа ашырмы – шикле.
Арыҫлан. “Үҙемдеке генә – туҡһан” тип йәшәргә ваҡыт. Кәңәштәргә, өгөт-нәсихәттәргә ҡолаҡ һалһағыҙ, һалығыҙ, әммә үҙегеҙсә эшләгеҙ.
Ҡыҙҙар. Бөгөнгө көнгә пландарығыҙ ни тиклем тығыҙыраҡ – шул тиклем ул эштәр ырамлыраҡ булыр. Ҡул ҡаушарып ултырыр көн түгел.
Үлсәү. “Алма беш, ауыҙыма төш”, тигән мәҡәлде иҫкә төшөрөгөҙ. Бөгөн һеҙҙе көткән үрҙәрҙең ҡайһы берәүҙәре артыҡ көс тә талап итмәй, шуға артыҡ сарыф та итмәгеҙ.
Саян. Бөгөн нөктәләр ҡуймағыҙ. Яҙғандарҙы ҡәләм менән яҙығыҙ. Йәғни аҙаҡ үҙгәртә алмаҫлыҡ ҡарарҙар, аҙымдар яһамағыҙ.
Уҡсы. Көнөгөҙ н:индәй генә сағыу пландар менән билдәләнмәһен, аҙаҡтан ял итергә бер-ике сәғәт ҡалырға тейеш.
Ылаҡ. Яңы эштәргә тотона торған көн. Тормошоғоҙҙоң яңы битен асырға күптән теләһәгеҙ, бармаҡтарҙы төкөрөкләй торһағыҙ ҙа була.
Һыуғояр. Кеше ҡулы аҫтында ғына эшләргә күнеккән һыуғоярҙар өсөн ауыр көн булыр, сөнки тормош йүгәнде үҙ ҡулығыҙға тапшырыр.
Балыҡ. Өйҙә барыһы ла тәртиптә булһа ла, эшегеҙҙә, уҡыуығыҙҙа булған мәсхәләләрҙе хәл итергә ваҡыт.