ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, «Хендай Солярис» машинаһы водителе тейешле арауыҡты һаҡламай һәм «Лада Гранта» автомобиле менән бәрелешә. Был бәрелешеүҙән машинаны ҡаршы яҡ һыҙатҡа ташлай һәм ул «Деу Матиз»ға ҡапма-ҡаршы бәрелә. Сит ил машинаһы руле артындағы 25 йәшлек ҡатын урында уҡ һәләк була, уның 6 һәм 3 йәшлек балалары яҡындағы дауаханаға илтелә.