+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Февраль 2021, 15:35

Юлымда – ҡара бесәй

Бөгөн көнөм уңырмы, юҡмы?

Ғәҙәттә, ҡара бесәйҙе күреү менән күңелгә шик төшә. Күптәр быны насарлыҡҡа, юл уңмауға юрай. Ҡайһы кешеләр кире өйгә боролоп ҡайтыуҙарын әйтә. Икенселәр тиҙерәк төймәләренә йәбешә, шул урындан кейем төймәһен тотоп үтһәң, юл уңасаҡ, йәнәһе. Ә минең иһә ҡара бесәйгә әһәмиәт биргәнем юҡ, уның осрауын да насарға юрамайым. Уны ҡара төҫлө итеп Хоҙай яратҡан да баһа! Күршемдең йылҡылдап торған ҡара бесәйе бар тип, мин уларға бөтөнләй инмәҫкә тейеш булам мыни?
Читайте нас: