Ауыл хужалығы техникумына йыйынып та, көтмәгәндә, маҡсатымды үҙгәртеп, медицина училищыһына уҡырға инеп ҡайтҡайным, һайлаған һөнәремдән риза ҡалған әсәйем, алдан төйнәнеп ҡуйыуың хәйерле, тип, тилбер йүгермәләп көнэлгәре мине юлға йыйындыра ла башланы. Ҡабаланмай-ҡарһаланмай, һәммәһен онотоп ҡалдырмай тәфсирләп тыҡшырып әҙерләнеү ҡулай һәм кәрәкле мәшәҡәт. Артмағыма йыуылған, үтекләнгән кейемдәрем, аяғөҫтө ҡабып тәғәмләнер ризыҡтарым, атап әйткәндә бер банка яңы айыртылған ҡаймаҡ, түтәрәм икмәк, бешерелгән тауыҡ бото һалынды. Юғалып ҡуйыу, талап алыуҙан эс тартып тотонор аҡсаны трусигыма бәләкәй кеҫә тегеп шунда һалдыҡ, кеҫәмә әрһеҙләшеп һорауһыҙ тығылһалар ҙа моғайын да сат тирәһен һәрмәп ҡарарға баштары етмәҫ. Беҙгә, уҡыуҙың беренсе көнөнән үк өҫтөбөҙгә аҡ халат, башҡа ҡалпаҡ кейеп килергә ҡушҡайнылар, шуға дауаханала ашнаҡсы булып эшләгән әсәйем уңып бешкән икмәктәй ҡабарынҡы башлығын бүләк итте, санитарка Мәрхәбә апайҙан бер айға ғына тип үтескә халатын алып торҙом. Шулай итеп уҡыу йортоноң иң беренсе, мөҡәддәс бурысы үтәлде, ә ҡалғандары инде ваҡ мәсьәлә. Ул саҡта беҙҙең тарафҡа автобус йөрөмәгәнлектән уңыш мәлендә элеваторға ашлыҡ ташыған йөк машинаһының кузов башына һағып киттем. Иҙәндәй тигеҙ, туптай тығыҙ иген өҫтөнә ябылған брезентта тырпырап ятыуы үтә лә яйһыҙ, йә берәй йәбешеп барыр тотанағы юҡ, соҡор-саҡырлы боролмаларҙа бына-бына тәгәрәп төшөп ҡалыр хәлдәмен. Юлдар сатында ятҡан Юлдыбайға етеп ҡырсынташҡа төшкәнсе урман юлындағы үткән-һүткән ылауҙарҙан күтәрелгән саң бейектә болоттай ауалап күренә. Ҡояш байыр мәлдә Сибайға килеп төшкәндә юл туҙаны ҡаплауҙан өҫ-башым бысранып, эт алғыһыҙға ҡалып буялып бөткәйне, тештәрем, күҙ аҡтарым ғына ағарып күренә, ә сырайым негрға уҡ тартмаһа ла тән тиреһе һоро-көңгөрт сүл ғәрәбенә оҡшап ҡалғайны. Аҙаша-аҙаша, ауырлыҡ менән ыңҡ-мыңҡ килеп һорашып-белешеп элеваторҙан ҡала үҙәгенә сыҡтым, Киров урамында урынлашҡан “Ирәндек” ҡунаҡханаһын эҙләп таптым. Көтмәгәндә ҡайҙан килеп юлыҡты был берәҙәк, тигәндәй шикләнеп, тексәйеп, паспорт мәғлүмәттәрен ҡат-ҡат ентекләп тикшереп ҡарағандан һуң ғына рыя ҡабул итеп, теләр-теләмәҫ кенә үткәрҙеләр ике кешелек бүлмәгә, өҫтәүенә ҡайта-ҡайта инеп күҙәтеп мәшәҡәтләнәләр, әйтерһең дә мин ниндәйҙер башкиҫәр, сит планетанан килгән йән эйәһе! Тынғылыҡ бирмәй өҙлөкһөҙ ишеккә башын тыҡҡан администратор ҡыҙға күҙ ҡараларымды танау осона йүнәлтеп иҫәүән, ғәмһеҙ йылмайып баҡҡайным, башҡаса күренмәне теге, һипһенгәндер, бәләһенән баш аяҡ тип ҡул һелтәгәндер. Шуныһы ҡулай, бүлмәлә бер үҙеммен. Аулаҡ. Кис буйы кейем-һалымымды һөртөп таҙартып, бит-йөҙөмдө әҙәм рәүешенә индерергә тырыштым. Йыуыныу бүлмәһендә башымды кер һабыны менән йыуғандан һуң көҙгөгә ҡарағайным унан миңә сәстәре хәтәр тырпайған, ташбыҡ күҙле, ҡолғалай муйынлы үҫмер ҡараны. Ят кешене тап иткәндәй, күрергә теләмәгән сит әҙәмде осратҡандай үҙ ҡиәфәтемдән үҙем ҡурҡып киттем.
Иртәнсәк тамаҡ ялғап алыу уйы менән беренсе ҡаттағы буфетҡа төштөм, эшкәлек шешәгә тартым һауытҡа ҡойолған ҡатыҡ, майикмәкте хәтерләткән түңәрәк ҡабартма һатып алдым. Һауыттың башы төҫлө ҡурғаш менән көпләнгәйне. Үҙем менән бәке-маҙар йөрөтмәгәнлектән быны нисегерәк асалар икән, тип тәғәмләнергә ингәндәрҙе бер килке ситтән күҙәтергә тура килде. Ә уның ғилләһе ябайҙан-ябай икән дә баһа, бары шешә тишегенә баш бармаҡ менән баҫырға ғына кәрәк, бына бит донъя күрмәгәнлек, рәт-яй белмәгәнлек нимә эшләтә!
Ҡаланың беренсе участкаһында саман өйҙәргә оҡшап апаруҡ оҙон 6-8 барактан ойошҡан училищы ҡаласығына йәйәүләп киттем, барып еткәс әлегә иртә булғанлыҡтан артмаҡлаған әйберҙәремде өй мөйөшөнә һалдым да килгән-киткәндәрҙе ентекләп күҙәтә башланым. Байрамса кейенеп, шау-гөр килеп тантанаға ағылғандарҙың исмаһам берәүһе минең яҡҡа ҡараш ташлаһасы, юҡ бит, әйтерһең дә иғтибарға лайыҡһыҙ, тигеҙ ерҙә урынһыҙ һерәйгән түңгәкмен, ҡош-ҡорт өркөтөргә ҡуйылған баҡса ҡарасҡыһымын. Кинәт кенә ауылға ҡайтҡым килеп китте нишләптер; әсәйемде, ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырған халаттың хужаһы, әҙәм күҙенә салына һалып бармаған, күрмәлекһеҙ, ҡылыйлауыраҡ, уң аяғы аҡһаҡ Мәрхәбә апайҙы, йөк башына мендереп ултыртып, хәйерле сәфәр теләп оҙатып тороп ҡалған ырҙын табағы мөдире Ғиниәт ағайҙы, шауҡал һынлы туҡал һыйырыбыҙҙы, өрөүҙең ни икәнлеген дә белмәгән этебеҙ Алғырҙы, ҡаймаҡ туҡылған һинд сәйен генә үҙһенеүсе бохар бесәйебеҙҙе яманһыулап юҡһындым. Күрәм - минең ише сәйер, ала-сола, прастуйы ҡатыш сатиндан кейенгәндәр башҡаса күренмәй, тимәк мин берҙән-бермен, ҡабатланмаҫ үҙенсәлекле өлгөмөн, шуғалырмы ситләп, ятһырап, ғәжәпләнеп, таһырайып ҡарап үтәләр янымдан. Мин дә үҙ сиратымда юғарынан аҫҡа, тегеләрҙе түбәнһетеп-кәмһетеп, һауалы ҡыланып таҫырайып, аяҡтарымды тарбайтып, төрөк солтанылай бойондороҡһоҙ ҡиәфәттә ғорур ҡиәфәттә баҫҡанмын. Әлегә күҙгә элмәһәгеҙ ҙә бер килеп күрмәгәнегеҙҙе күрһәтермен, танымаһағыҙ танытырмын, тип теш ҡайрайым эсемдән. Ниһайәт, группаларға бүленеп төп корпус алдына линейкаға теҙелергә ҡуштылар. Арттан эленмәле, күп йыуыуҙан һарғылт төҫкә инеп һиҙерәй төшкән санитарка халатын, ҡабарынҡы башлыҡты кейеп ебәргәйнем, беҙҙең ауылдағы Үҙәк ферманың алдынғы һауынсыһына оҡшаным да ҡалдым. Иң алға баҫып ҡайҡайырға өмөт иткәйнем дә ирек бирмәнеләр, белекһеҙҙәр, тотош күренеште боҙаһың, тулайым йәмде ебәрәһең, типмелер әле генә үҙен группа етәксеһе тип таныштырған Миңлекамал Әхмәт ҡыҙы мине итәғәтле генә итеп башҡалар күҙенән йәшереп, дөйөм мир йөҙөнән ҡасырып арт яҡҡа ҡарай етәкләне. Иҫем дә китмәне, ҡылъяйманым да, ҡайҙа торһам да миңә ни барыбер, юғалып ҡалмам! Барып тороу менән эргәмә баҫҡан нәҙекәйбил ҡыҙҙың бер тотам биленән ҡымтып үҙемә тартып ҡултыҡлай һалып алдым. Теге ҡото осҡандай ситкә тартылды ла уҫал тексәйеп ҡарап теш араһынан һығып ыҫылданы: “Деревня, ну ты нахал!”
Төҫ-башы артистыҡылай ылыҡтырғыс, 30-35 йәштәр тирәһендәге директор тауышын күтәрмәй генә танау аҫтынан мөжөлдәп оҙон-оҙаҡ телмәр тотто, кәүҙәһе солоҡ умартаһылай мөһабәт уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫар һөйәк тирәсле күҙлеген бер һалып, бер кейеп биниһая ваҡыт, уҡыу йортоноң тайпылышһыҙ үтәлергә тейеш ҡағиҙәләрен теҙеп әйтеп дөйөм тәртип хаҡында нотоҡ тыҡыны, шунан уҙған йылда уҡыуҙа, спортта, йәмәғәт эштәрендә актив ҡатнашыусыларҙы маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләргә тотондолар. Белеп, урынлы бәйләнгәнмен икән, эргәмдәге теге ҡыҙға ла рәхмәт хатын тотторҙолар. Был эре генә, тиҡый атлап сығып алды ла бына ҡара, тигәндәй ҡағыҙын минең яҡҡа һонғайны, хуплауымды белгертеп баш бармағымды күрһәттем, күптән аралашҡан яҡынымдай күреп шаян күҙ ҡыҫтым, шунан алаптай ауыҙымды күккә өңрәйтеп асып иҫнәп алдым, сөнки ҡалғандары миңә кәрәк тә ҡыҙыҡ та түгелдәр. Линейка тамамланғас беҙҙе тәғәйен бүлмәләргә тараттылар. Тураһын әйтергә кәрәк, беҙҙең кабинет шыпа ла күңелгә ятманы, сөнки спиртлы һауыттарға һалынған кеше ағзаларының айырым өл-өштәре стена буйлатып теҙеп ҡуйылғайны, өҫтәүенә йод, формалин, хлорка еҫе танауҙы ярып алып бара. Ҡайҙа килеп юлыҡтым әле, ожмахҡамы, әллә тамуҡҡамы? Шул уйҙан былай ҙа терпеләй тырпайған сәстәрем тағы ла тырпая төштөләр.
Бит-йөҙөн һылап-һыйпаған, ҡурсаҡтай итеп кейенеп алған осоҡ ҡала ҡыҙҙары мине күҙгә лә элмәйҙәр, бәғзеләре кейемемә ишаралап пырх та пырх көләләр өҫтәүенә. “Әйҙә, әлегә иркенләп ширҡаңлағыҙ, һуңынан аҫылдарҙан-аҫыл егетте бүлешә алмай талашып та йөрөрһөгөҙ әле, ә мин һеҙҙең бешкәнме-сейме икәнлегегеҙҙе бармаҡ менән сиртеп кенә самалармын!” тип тынысландырам үҙемде. Шул мәлдә кемдер арттан килеп йомшаҡ ҡына итеп етәкләп алды. Ҡайырылып ҡараһам - һылыу бер ҡыҙ йылмая биреп баҫып тора, кейеме лә йыйнаҡ, ҡаштарын, ирендәрен дә буямаған, хас та ябай, итәғәтле, бәләкәйҙән минең менән уйнап, аралашып үҫкән ауыл балаһы.“Әһә, егеттең алтынын, бер тигәнен танырлыҡтар ҙа бар икән әле бында!” тип тантана иттем.
- Здравствуйте, меня зовут Лена, если вы не против, сядем вместе?
- А я Хайдар, Хайдар Тапаков. Зилаирский район. Лесной Зилаир. Родом из деревни Сабырово. - Ҡыуанып теҙҙем. - Кәнишне, не прутив, давай! - Кабинеттың урта тирәһендәге партаны биләнек. Иртәнсәк йыуынғандан һуң битемде “Шипр” одеколоны менән сылатҡайным, ҡыҙҙан ул заманда үтә һирәктәр ҡулланған француз хушбыйының еҫе килде. Өҫтөнә кейгәне лә ҡойоп ҡуйғандай кәүҙәһенә һылашҡан, затлы, моғайын да етеш ғаиләлә йәшәйҙер. Ыңғайлай ҡалған хәлдә лә быны бисәлеккә алып булмаҫ, тип фекер йөрөттөм күңелемдән, был тәтәйбикә беҙҙең ҡор кешеһе түгел, йә сабылған бесәнде йыя алмаҫ, йә һыйыр һауырға эшкинмәҫ, йә ауыл мейесендә икмәк бешерергә ҡулынан килмәҫ, ҡош-ҡортто ҡарау, мал-тыуарҙы бағыу тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ундайҙарҙы беҙҙә ҡойолдороҡ, йыбытҡы тип йөрөтәләр.
Училищыла үткән тантананан һуң юлаусы ҡаҙаҡ ише әйберҙәремде йөкмәп алып ҡабаттан ҡала үҙәгенә йүнәлдем. Кеҫәмдә ятҡан адресҡа ярашлы ауылдаш Мәрфуға апайҙы эҙләп таптым. Ҡайҙа ла морон төртөргә кәрәк бит. Бында, дүртенсе ҡатта урынлашҡан бер бүлмәле фатирҙа хужабикәнән башҡа тағы ла ике студент көн күрә икән дә баһа. Апай кемдең балаһы икәнлегемде белешкәндән һуң әсәйең игелекле кеше, мин уны яҡшы беләм, тип йәшәргә индерҙе. Иҫке планировка менән эшләнгән фатир бәләкәй генә, тар ергә таяу булып йәнә мин өҫтәлдем. Иҙәндә йоҡлап йөрөйбөҙ, түшәнер әйбер булмағанлыҡтан аҫтыбыҙға одеал һалған булабыҙ. Мин һөйәк тә тиренән әүәләнгәнлектән таң атҡансы ҡыу ағасты ҡаты таҡтаға ышҡыған ише хәтәр тауыш сығарып тыһырлығы сығып әйләнгеләп сығам. Сибайҙа ни тиһәң дә мәҙәниәткә яҡын мөхит, эргәлә генә “Октябрҙың 40 йыллығы” исемендәге мәҙәниәт һарайы (хәҙерге филармония), уға “Труд” стадионы терәлгән, мәҙәниәт һарайы алдына ҡулын алға һондороп, миңә ҡайтыр юл яғына ишаралатып Лениның һәйкәлен ҡуйғандар, даһи: "Учиться, учиться, учиться!" тип түгел: "Бында ни ҡалған һиңә, хәҙер үк ҡайтып кит, сығып олаҡ, күҙемдән юғал!" тип өҙлөкһөҙ тыҡый төҫлө. Балконға сығып баҫһам ояһынан башын күрһәткән сыйырсыҡ хәлендә тоям үҙемде. Күктән ағылған болоттарға төбәлеп мөңрәп кенә йырлап та ебәрәм, ыңғайы бер илап та алғылайым ҡайһы саҡ:
Тауҙар арты, ауылым яғына…
Шулай итеп ҡала ҡыҙы Лена менән танышып киттек. Бик мөләйем, баҫалҡы, тәрбиәле, зыялы ине ул. Нишләптер мине яҡын күрҙе, ҡайҙа барһам ул шунда тағыла, ҡайҙа ултырһам яныма килә һалып етә.
Дәрестә тема буйынса яуап тотоуым күптәр өсөн ҡабатланмаҫ бер кәмиткә, бушлай күрһәтелгән тамашаға әүерелә. Руссаны ватам, емерәм генә, аң кимәлдәре түбәндәр, йыйын наҙандар, зиһен офоҡтары сикләнгәндәр еренә еткереп төшөнһөн өсөн ымлайым, ишаралайым, ҡәтғилекте күрһәтергә теләгәндә ҡылыс менән һелтәнгәндәй ҡулдарымды болғап ебәрәм. Күҙҙәренән йәш сыҡҡансы һаһылдай тотош группа, әйтерһең дә айыу бейетәләр. Лена ғына өнһөҙ, ул ғына минең яҡлы: ярҙам итергә, күтәрмәләргә теләгәндәй урынында ултырып сыҙамай, талпынып-талпынып ала. Ҙур ауырлыҡ менән, этеп-төртөп яуап биреүҙе тамамлайым да ауыр эш башҡарғандай итеп тиргә батҡан маңлайҙы ҡул һырты менән һыпырам, уҡытыусы журналға бәләкәй генә итеп “өслө”нө ҡуя, төплө, киң даирәле сығышым күңеленә ятып етмәһә, килтергән дәлилдәрем мөрхәтһендермәһә “ике”лене сәпәй ҡайһы саҡ.
Бер-ике ай үткәс ҡиәфәтемде ҡала кәлебенә яраҡлаштырып, көнкүреш комбинатына барып һоро буҫтауҙан, ул заманда “клёщ” тип аталған киң, ярпылдаҡ салбар тектереп, балаҡ остарына ҡояш нурҙарында йылҡылдаһын өсөн тишелгән бер тинлектәрҙе теҙеп тектем, өҫтөмә егеттәр өсөн үтә модалы иҫәпләнгән асыҡ сәскә биҙәкле күлдәк, буҙ төҫтәге киң салғыйлы пинжәк кейҙем, әгәр иңгә ҡәҙәр оҙон сәс ебәргән зимагор башыма шаҡмаҡлы кепка ла һалһам, һуйған да ҡаплаған клоун Олег Поповҡа оҡшар инем, билләһи. Мыйыҡ ишараты шытмағанлыҡтан ҡырынмайым әлегә, иллә көн оҙоно ҡыҙҙар янында йөрөгәс, улар менән аралашып ҡыялғас “Шипр”ҙы ситкә ҡуйып битемә иртәле-кисле мул ғына итеп дефицит тауар иҫәпләнгән “Саша” одеколонын бөркәм. Шулай ҙа нишләптер тотошо менән ҡала кешеһенә әүерелеп булмай ҙа ҡуя, ҡайҙа ла танып алалар, сәбәбен табып бәйләнәләр, һуғышып ҡайтҡан, туҡмауҙан бигерәк туҡмалған саҡтар күп булды. Ленаның яратып йөрөгән егете лә бар ине, ә беҙ икәүҙең мөнәсәбәте - егет менән ҡыҙ араһында һирәк осрай торған ысын дуҫлыҡ. Ул мине русса һөйләшергә, үҙеңде йәмәғәт урындарында, мәҙәни сараларҙа нисегерәк тоторға кәрәклекте өйрәтте, башҡалар менән итәғәтле аралашырыу ҡағиҙәләрен аңыма һеңдерҙе. Юҡ, һеңдермәне, ипле генә итеп аңлатты, белеклелеген күрһәтмәй генә мин тәрбиәһеҙҙе тәртип ҡалыбына яраҡлаштырҙы.
Ә теге, Ленаның егете менән танышыу былайыраҡ булды.
Бер көн мине Лена ул саҡта бик популяр иҫәпләнгән һинд киноһына саҡырҙы. Киттек. Кинола ҡараған хисле, ялҡынлы мөхәббәт тулҡынында йөҙөп ҡала үҙәгендә урынлашҡан фатир янына килеп еткәнебеҙҙе һиҙмәгәнбеҙ ҙә. Подъезд ауыҙында дүрт-биш егет тора, һиҙемләүемсә күптән беҙҙе көтәүелләйҙәр. Көтөүҙәренең тигенгә түгеллеге әллә ҡайҙан күренә. Яҡынлағайныҡ тегеләрҙең һомғол буйлыһы алғараҡ сыҡты ла һуҡ бармағын һөңгөләй сәнсеп һораны:
- Здороваться надо, молодой человек? - Русса апаруҡ арыу ғына һупалай инем инде, шуға теш араһынан серт иттереп төкөрөп ебәреп эренән сирттерҙем. Лена бер яҡ ситкәрәк китеп ҡулдарын ҡаушырып, күренеште тамаша ҡылғандай, һынағандай итеп баҫты.
- Если хочешь, если настаиваешь, то привет! Что ты здесь делаешь, что тут потерял козленок, заблудился что ли?
- Витя, выбирай выражение! - тине Лена. Тимәк ул был егет йоратын ҡайһылыр кимәлдә белә.
- Вы особо мне не тыкайте, вам понятно, я с тобой свиней не пас! - Бүлексә управляющийының йыш ҡабатлаған әйтемен хәтергә төшөрөп өҫтәнем һуңғыларын. - Как видите, девушку проводил до дома.
- А ваша подруга свинарка? - Ул осорҙа “Свинарка и пастух” киноһын бик йыш күрһәтәләр ине, шуға төрттөрҙөм.
- Хватить с этим, тупым нянчится, давай мы его оформим! - Төркөмдән бер сабырһыҙҙың тауышы ишетелде.
- Только попробуйте! - Кеҫәгә тыҡҡан ҡулдарымды сығарып йоҙроҡҡа төйнәнем, боксерға оҡшатып һуғышсан ҡиәфәт алдым.
- Успеем. - Һомғол ҡырт киҫте лә ары ҡыҙыҡһынды - Знаешь, эта девушка чья?
- Вы хотите сказать чья собственность? Не знаю, и знать не хочу!
- Она моя… - ҡулайлы һүҙ таба алмай юғалыңҡырап ҡалдым. Близкий человек,тип әйтһәм, бигерәк рәсми килеп сыға, подруга һүҙен оҡшатып еткермәйем, любимая, тиергә ул минең йәрем түгел.
- Повторяю, она для тебя кто?
Ҡулайлы һүҙ таптым ниһайәт, таптым да сәсрәтеп әйттем:
- Она моя присуха, зазноба, зазнобилка, вот кто!
Ян-яғымдан уратҡан егеттәр көтөлмәгән яуаптан бер аҙға ғына шаңҡып ҡалдылар ҙа әйткәнемдең айышына төшөнгәс ысын күңелдән көлөп ебәрҙеләр, хатта Лена ла йылмая биреп ҡуйҙы.
- Ты говором говорящий старовер из средних веков?- тине ауыҙын йыя алмай рәхәтләнгән тәбәнәк буйлыһы, ул педучилищы студенты ине шикелле, әле үҙенең төплө белемен күрһәтеп аҙапланыуы.
- Да, масаль, - тинем тегене ирештереп, сөнки беҙҙә Йылайыр урыҫтарын шулай атайҙар.
- Какой масаль, он прямо-таки смахивает на арапа Петра Великого! - Өҙмәй ҙә ҡуймай ҙа баһа был студент.
Хахылдап туйған Һомғол тәкәббер һораны:
- Если Лена твоя зазноба, значит ты знойный парень?
- Какой знойный, задохлик он!
- Не видите что ли, упал с молотилки!
- Деревеньский мужик, Герасим из “Муму”! - Егеттәр шау-гөр килеп мине кәмһетергә тотонғайнылар Һомғол ҡулын юғары күтәрҙе:
- Хватит базарит, ребята, а ты, - миңә ҡайтанан бармағы менән төрттө, - оставь нас в покое, иди домой, больше здесь не появляйся. По доброму прошу!
Урынымдан ҡымшанманым да, шунан артҡа сигеп Ленаны ҡапланым:
- Сами идите, я никуда не пойду!
- Попробуйте подойти, убью всех! - Күҙҙәремде яһил яндырҙым.
- То что слышал, зарежу,уничтожу! Подойдите по одному, по очереди! Лена, иди домой!
Һомғолдың сабырлығы, түҙеме һынды шикелле, ниндәйҙер мөһим нимәне хәл иткәндәй битараф ҡул һелтәне:
- Да ну его, пошли, ребята, действительно этот маньяк какой-то контуженный, невменяемый, связываться с ним, потом беды не оберешься!
Егеттәр теләкһеҙ генә ҡыймылдап күҙҙән юғалғас Лена яныма килеп ҡосаҡлап уҡ алды:
- Действительно ты классный парень, на тебя можно положиться. А знаешь кто это был!
- Нет, мой любимый парень. Ревнует, вот и ходит…
Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан телефон шылтыраны ла унан шат тауыш яңғыраны:
- С праздником тебя, Хайдар!
- Прошу прошения, кто вы?
- Я - Лена, твоя зазноба, помнишь?
- Помню, здравствуй дорогая моя Елена, зазноба из зазноб!
Хәтерләмәгән ҡайҙа, хәтерләйем, кем генә йәшлеген хәтерләмәй һәм һағынмай икән?!.
https://ataysal.rbsmi.ru/articles/m-kh-rrir-e/Zaznoba-657145/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=39548826