Һуңғы көндәрҙә кешеләргә Үҙәк Банк исеменән 5 мең һум аҡса тәҡдим итеп хәбәрҙәр ебәреү осраҡтары теркәлә башлаған. Йәнәһе лә пандемия осоронда был дәүләттең рәсәйлеләргә сираттағы матди ярҙамы. Был ялған! Зинһар, берүк ышана күрмәгеҙ!
Банк картағыҙҙың һандарын берәүгә лә хәбәр итмәгеҙ, карталағы булған аҡсағыҙҙан да ҡолаҡ ҡағасаҡһығыҙ юғиһә.
Дәүләт берәүгә лә аҡса таратмай, алдаҡсыларҙың һүҙҙәренә ышанмағыҙ!