+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Февраль 2021, 12:15

Һарай хужаһы

Күркә - йорт йәме, ти торғайны элек инәйҙәр

Бәләкәй саҡта эргәләренән үтә башлаһаң, ата күркә ҡабарынып, осоп-ҡунырға әҙер була торғайны. Шуға ла уларҙы мөмкин тиклем урабыраҡ үтергә тырышабыҙ. Үс иткәндәй, мотлаҡ мәктәпкә бара торған юлға сығалар бит әле улар. Бала-сағаны күреп ҡалыу менән, алыҫтан уҡ үҙенсәлекле тауыштарын сығара башлайҙар етмәһә. Ауылда ҡойма башында ла, кәртәләрҙә лә теҙелешеп ултыра ине улар.
Бөгөн күпселек хужалар эре тоҡомло аҡ төҫтәге күркәләр үҫтерә. Себеш ваҡытта улар ныҡ тәрбиә талап итә тиҙәр. Үҫә килә ваҡлап туралған сөгөлдөрҙө, көнбағышты яратып ашайҙар икән. Ә ите инде үҙенә бер төрлө тәмле – деликатес.
Читайте нас: