-1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Февраль 2021, 13:50

Ҡатын-ҡыҙ организмы гармун күреге түгел

Яратҡан йырсыбыҙ Людмила Гурченконың һүҙҙәре ылыҡтырғыс

Уларҙың бер нисәһен генә яҙып үтәм.
  1. Ҡатын-ҡыҙ организмы гармун күреге түгел: һимерәм - ябығам, һимерәм – ябығам... Үҙеңде ҡулда тоторға өйрәнергә кәрәк. Мин ошо йәшемә етһәм дә, әле һаман Рузановтың “Карнавал төнө”ндә уйнаған күлдәгемә һыям.
  2. Кино - ул минең тормошом. Төтөнгә тулған бәләкәй генә бинаға инәм. Унда хатта һуҙылған ҡул арауығында ла бер нәмә күренмәй. Зәп-зәңгәр ҡуйы төтөн, ағас вағы, елем еҫе – был минең өсөн ожмах!
  3. Үткәндәр, беҙҙән нисек кенә йырағаймаһын, улар беҙҙең эсебеҙҙә йәшәй.
  4. Әгәр һөйгәнем миңә хыянат итә икән, тимәк, мине булдыҡһыҙ тип һанай. Әгәр мин булдыҡһыҙ икән, тимәк, ул да шундай уҡ булдыҡһыҙ, сөнки мине һайлаған. Бындай осраҡтарҙа мин... бөтөнләйгә киттем.
  5. Башҡаларҙы "игәп" түгел, бары үҙ миҫалыңда ғына тәрбиәләп булалыр тип һанайым.
  6. Читайте нас: