+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Февраль 2021, 19:15

Балыҡты өйҙә нисек таҙартырға?

“Ошо балыҡ таҙартыуҙы енем һөймәй, йәйгеһен ярай тышта эшләп була, ҡыш бит өйҙә”, -

бындай һүҙҙәрҙе күпселек ҡатын-ҡыҙҙарҙан ишетәм. Үҙем дә шундайҙар рәтендәмен. Тик ҡайһы саҡта үҙемдең дә шул тиклем йылға балығы ашағы килеп китә. Тик бына уны таҙартыуы... мең бәлә. Ҡыш көнө бөтә раковина тула, тәңкәләре стенаға тиклем сәсрәй хатта. Күптән түгел бер таныш апай балыҡты ябай аш ҡалағы менән таҙартырға кәңәш бирҙе. Тик ҡалаҡ нәҙек булһын ти ул. Пакеттың ситтәрен күтәртеберәк ҡуяһың да, ҡалаҡты балыҡҡа табан ҡыйшайта биреберәк таҙартырға кәрәк. Шулай иткәндә тәңкәләре яҡ-яҡҡа осмай ти. Шулайҙырмы, юҡтырмы, дөрөҫөн генә әйтә алмайым, әммә эшләп ҡарарға кәңәш итәм.
Фото интернеттан.
Читайте нас: