уның дошман амбразураһын күкрәге менән ҡаплап, батырҙарса һәләк булыуы тураһында яҡшы беләбеҙ. Яугир үҙенең үлеме менән яуҙаштарына алға барырға, дошманды ҡыйратырға мөмкинлек бирә. Тарихсылар уның биографияһы йәһәтенән күп тикшеренеүҙәр үткәрҙе, уның Башҡортостан егете булыуын асыҡланы. Ә шулай ҙа ул беҙҙең күңелдәрҙә үлемһеҙ Александр Матросов булараҡ һаҡлана!