-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Февраль 2021, 11:10

Теге өсәүҙән йондоҙнамә! 

ҮЛСӘҮ. Һеҙҙе уратҡан тирә-яҡ мөхиткә иғтибар итергә ваҡыт. Ул һеҙгә оҡшаймы? Һығымтанан сығып артабан көнөгөҙҙө планлаштырырға була.Ҡалғаны түбәндә.

Ҡуҙы. Үҙ һөнәрегеҙҙә бөгөн уңышҡа өлгәшерһегеҙ, был йәһәттән үҙегеҙ менән ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ. Иң мөһиме артыҡ маһайып китеп, кискә ярыҡ кәритә янында ҡалмаҫҡа.
Буға. Күптән ҡулығыҙ етмәгән, йә тотонорға ҡурҡып йөрөгән эшкә тотоноғоҙ. Халыҡ мәҡәлендә әйтелгәнсә, күҙҙәр ҡурҡа, ҡул эшләй.
Игеҙәктәр. Ғәҙәти эшегеҙҙә ғәҙәти булмаған алымдар эҙләгеҙ. Исмаһам магазинға барған юлығыҙҙы үҙгәртеп, урамдың икенсе яғынан үтегеҙ. Кескәй үҙгәрештәр ололарына килтерер.
Ҡыҫала. Бөгөн ғашиҡ ҡыҫалаларға мөхәббәт хаттарын яҙмаҫҡа кәңәш ителә, сөнки эсегеҙҙә уянған йылы хистәр градусында артыҡ, йә дөрөҫ аңланмаған һүҙҙәр еткереүегеҙ ихтимал.
Арыҫлан. Физик күнегеүҙәр менән шөғөлләнер өсөн яҡшы көн. Бынай эшкә, әлбиттә, һәр көн тап килә, әммә спортҡа тотонор өсөн берәй билдә көтһәгеҙ, бына ул.
Ҡыҙҙар. Таныштарығыҙҙан ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр ишетерһегеҙ. Улар менән ризалашырғамы, юҡмы – һеҙҙең эшегеҙ. Әммә яуап ҡайтарыр алдынан төплө уйланып алыу артыҡ булмаҫ.
Үлсәү. Һеҙҙе уратҡан тирә-яҡ мөхиткә иғтибар итергә ваҡыт. Ул һеҙгә оҡшаймы? Һығымтанан сығып артабан көнөгөҙҙө планлаштырырға була.
Саян. Өлөштәргә бүл һәм идара ит. Бөгөн был әйтеп һеҙҙең турала. Ауыр йөк булып торған эшегеҙҙе ваҡлатып, берешәр киҫәген дуҫтарығыҙ, коллегаларығыҙға тапшырығыҙ.
Уҡсы. Һеҙ азатлыҡты яратаһығыҙ, шуға уҡсыларҙы ҡалыптарға һалып, ситлеккә ултыртып булмаҫ. Әммә быны башҡарырға теләүселәр күп булыр, алданып ҡуймағыҙ.
Ылаҡ. Бөгөн бар эшегеҙҙең осона сыға алмаһағыҙ, борсолмағыҙ. Тап һеҙҙең өсөн февралдең 3-сө аҙнаһында 6 эш көнө була. Тынысланығыҙ.
Һыуғояр. Күптән ишетеп белгән, әммә һаман шәхсән таныш булмаған кешеләр менән осрашыуығыҙ ихтимал. Бындай хәлдәргә әҙер булығыҙ. Һеҙҙән алдан барған данығыҙ, шәптәрҙән түгел.
Балыҡ. Яңы хобби башларға яҡшы көн. Һис юғында үҙегеҙҙе уратҡан мөхитте алмаштырығыҙ, исмаһам күршеләрегеҙгә инеп бер ике сәғәт ултырып алығыҙ.
Читайте нас: