+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Февраль 2021, 00:45

Тәбиғәт яманы бөтөр...

Донъяның әсеһен-сөсөһөн татыған өлкәндәрҙең һүҙе дөп-дөрөҫ

Нисәмә көн ыҙалатҡан епшек ҡар, ямғыр, ямғыр ҡатыш ҡар, йәшермәйем, теңкәгә тейҙе. Күптәр февраль ямғырын ахырызаманға япһарҙы. Эй, тәбиғәт яманы бөтөр ул, тинем ундайҙарға, әҙәм яманы ғына бөтмәҫ. Ысынлап та, тышта ел дә сағыштырмаса баҫылды, матур итеп ҡар яуа, һыуыта башланы, иртән генә лысҡылдап ятҡан һыу булмаған да һымаҡ. Иртән тороуыбыҙға донъя йәнә аҡҡа төрөнөр, ҡыш үҙ хакимлығын дауам итер.
Читайте нас: