+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Февраль 2021, 14:40

ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР

САҘАҠАНЫҢ ФАЗЫЛӘТТӘРЕ ҺӘМ ЕМЕШТӘРЕ

1. Саҙаҡа биреү мал-мөлкәтте ишәйтә, ризыҡты арттыра.
2. Саҙаҡа биреп, ауырыуҙарығыҙҙы дауалағыҙ, тиелә бер хәҙистә. Йәғни саҙаҡа ‒ сирҙән дауа.
3. Саҙаҡаға йомарт булыу ‒ иманлылыҡ билдәһе.
4. Саҙаҡа биреү ‒ тәҡүәлеккә ирешеүҙең бер сәбәбе.
5. Саҙаҡа йәнде сафландыра һәм уның дәрәжәһен арттыра.
6. Саҙаҡа Ҡиәмәт көнөндә уны биреүсегә күләгә буласаҡ.
7. Саҙаҡа биреү ‒ Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ﷺ холоҡ-фиғеле.
8. Саҙаҡа биреү туған-тыумасалар араһын нығыта.
9. Саҙаҡа бөтә насар нәмәләрҙән һаҡлай һәм Раббының асыуын баҫа.
10. Саҙаҡа ‒ ҡаты бәғерлелектән дауа. Ҡаты бәғерлелеккә зарланған бер кешегә Аллаһ рәсүле ﷺ етемдең башынан һыйпарға һәм мохтаждарҙы ашатырға кәңәш иткән.
11. Саҙаҡа ‒ Тамуҡ утынан ҡотолоуҙың бер сәбәбе.
12. Саҙаҡа хата-гонаһтарҙы юя.
13. Саҙаҡа биреү – Аллаһтың һөйөүенә ирешеүгә бер сәбәп.
14. Фәрештәләр саҙаҡаға йомарт кеше өсөн көн һайын доға ҡылып тора.
15. Ҡайһы бер саҙаҡа өсөн әжер-сауаптар кешегә уның үлеменән һуң да яҙылып тора.
16. Саҙаҡаға йомарт булыу ‒ Ожмахҡа инеүҙең бер сәбәбе.

«Ваҡыт!» гәзитенән.
Читайте нас: