+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Февраль 2021, 22:10

Сталинград һалдаты Зөлҡәрнәй Әлмәтов

2 февраль Рәсәйҙә Хәрби дан көнө билдәләнде. Ул көндә совет ғәскәрҙәре Сталинград өсөн алышта немец-фашист илбаҫарҙарын тар-мар иткән. Бынан 78 элек донъя тарихындағы иң ҡан ҡойғос һуғыштарҙың береһе – Сталинград алышы тамамланған. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, Сталинград алышында ҡан ҡойған ауылдаштары тураһында мәғлүмәттәр йыйғандар һәм яҡташтары иғтибарына тәҡдим иткәндәр.Бөгөн һеҙҙең иғтибарға Әлмәтов Зөлҡәрнәй Ғилметдин улы хаҡындағы яҙманы һеҙҙең иғтибарға еткерәбеҙ.

2 февраль Рәсәйҙә Хәрби дан көнө билдәләнде. Ул көндә совет ғәскәрҙәре Сталинград өсөн алышта немец-фашист илбаҫарҙарын тар-мар иткән. Бынан 78 элек донъя тарихындағы иң ҡан ҡойғос һуғыштарҙың береһе – Сталинград алышы тамамланған. Ике яҡлап та 100 квадрат метрлыҡ майҙанда 2,1 миллиондан ашыу кеше бер-береһенә ҡаршы торған. Фронт һыҙаты 400-ҙән алып 850 километрға тиклем һуҙылған. Сталинградтың үҙендә алыштар ике айҙан ашыу барған. Тотош емереклектәргә әйләнгән ҡала немец баҫҡынсылары алдында баш эймәгән һәм тулыһынса дошмандан азат ителгән. Сталинград өсөн барған алыштарҙа еңеү совет ғәскәрҙәренең ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ һәм бөгөлмәҫ рухи ныҡлыҡ өлгөһө булған.
Ошо уңайҙан Бик-Ҡарамалы ауылында бик әһәмиәтле эш башҡарғандар - Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, Сталинград алышында ҡан ҡойған ауылдаштары тураһында мәғлүмәттәр йыйғандар һәм яҡташтары иғтибарына тәҡдим иткәндәр. Ошоноң менән улар ҡаһарман һалдаттар тураһында иҫтәлекте мәңгеләштергән.
Бөгөн һеҙҙең иғтибарға Әлмәтов Зөлҡәрнәй Ғилметдин улы хаҡындағы яҙманы һеҙҙең иғтибарға еткерәбеҙ. (Яҙманы әҙерләү өсөн мәғлүмәттәр биргән Зөлҡәрнәй олатайҙың бүләсәре Азалия Саттароваға рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ).
Әлмәтов Зөлҡәрнәй Ғилметдин улы 1907 йылда Дәүләкән районының Бик-Ҡарамалы ауылында тыуған. 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышына алына, 1945 йылдың сентябрендә тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Фронтта шофер булған, Сталинград алыштарында ҡатнашҡан.
Сталинград эргәһендә бер ваҡыт уның элемтә өсөн тәғәйенләнгән сымдар тейәлгән йөк машинаһын түбәһенә тиклем ҡар күмеп китә. Ҡар аҫтындағы машинала ул ике тәүлек ултыра. Тик өсөнсө тәүлектә генә лом менән төртөп эҙләй торғас, уның машинаһын табалар.
«Сталинградты обороналаған өсөн» (1942), «Германияны еңгән өсөн» (1945), «Варшаваны азат иткән өсөн» (1945), «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» (1945) миҙалдары һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән.
Бүләкләү ҡағыҙында: «Ҡыҙылармеец шофер Әлмәтов Зөлҡәрнәй Ғилметдин улы 1942 йылдың 1июленән 1943 йылдың 3 февраленә тиклем Царица йылғаһындағы баррикадала Сталинград ҡалаһы өсөн, Сталинград ҡалаһының Ҡыҙыл Октябрь районы өсөн барған алыштарҙа ҡатнашты», - тип яҙыла.
Һуғыштан һуң Зөлҡәрнәй олатай колхозда шофер булып хеҙмәт һала. Уның тураһында мәҡәләләр район, шулай уҡ «Совет Башҡортостаны» гәзиттәрендә баҫыла. Гәзиттең 1952 йылдың 24 авгусындағы һанында бер көн эсендә башҡалар 2-3 кенә рейс яһаған ваҡытта уның Дәүләкән ҡалаһына һигеҙҙәр тапҡыр иген тейәп илтеүе тураһында яҙыла.
Бөгөн 60 йәштән уҙғандар араһында Зөлҡәрнәй олатайҙың ул ваҡытта ауылдағы берҙән-бер еңел машина булған аҡ «Москвич»ын яҡшы хәтерләйҙер, моғайын. Ул машинаһында ауыл балаларын ултыртып йөрөтә торғайны», - тип яҙылған бүләсәре Азалияның иҫтәлектәрендә.
Материалдар һәм фотоһүрәттәр "Бик-Ҡарамалы менән Баҡса. Тарих яҙабыҙ" тигән төркөмдән алынды.

Читайте нас: