+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Февраль 2021, 13:20

Теге өсәүҙән йондоҙнамә!

ҠЫҪАЛА. Күңелдә ут булыр, күҙҙәрегеҙҙән осҡон сәсрәр. Артыҡ ҡыҙмағыҙ, яҡындарығыҙҙы көйҙөрөп ҡуйырһығыҙ.Ҡалғаны түбәндә

Ҡуҙы. Телегеҙ ҡысып, эс серҙәрегеҙ ташып торор.Тыңлар ҡолаҡ тапһағыҙ, көнөгөҙ һеҙ теләгәнсә үтер.
Буға. Һеҙгә киреһенсә сер сисеүҙә тыйылырға кәрәк. Бер ҡолаҡтан инеп, икенсеһенән бөтөнләй ят хәбәр булып сығыуы бар.
Игеҙәктәр. Нимә теләйһегеҙ шул алдығыҙға килер, әммә кискә ҡарай Рәсәй көнитмешенә кире ҡайтырһығыҙ.
Ҡыҫала. Күңелдә ут булыр, күҙҙәрегеҙҙән осҡон сәсрәр. Артыҡ ҡыҙмағыҙ, яҡындарығыҙҙы көйҙөрөп ҡуйырһығыҙ.
Арыҫлан. Яҡындар менән ярашыр өсөн бер һүҙ етә. Үткәндәге үпкәләрҙе онотор ваҡыт.
Ҡыҙҙар. Һеҙгә бөгөн берәү ҙә теймәйәсәк. Күңелһеҙерәк, әммә тыныс көн көтөлә.
Үлсәү. Хаостан донъя барлыҡҡа килһә лә, үҙ донъяғыҙҙы яңыртыр өсөн тәртип кәрәк. Теләк ҡайнар, баш һалҡын булһын.
Саян. Һүҙегеҙ һәм эшегеҙ киләсәктә кем булыуығыҙҙы билдәләй. Үрләр өсөн үрнәк булырлыҡ ғәмәлдәр башҡарығыҙ.
Уҡсы. Теләһәгеҙ тау аҡтарығыҙ, теләһәгеҙ бүрәнә аша бүре күрегеҙ. Ҡулдан бөтәһе лә килә, теләк кенә кәрәк.
Ылаҡ. Күптәр һеҙгә эс серҙәрен сисер. Кешелә ышаныс тыуҙырау шәп әлбиттә, әммә ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл итергә лә тура килер.
Һыуғояр. Кеше һүҙенә ҡолаҡ һалығыҙ. Үҙегеҙ тураһында ла яңылыҡтар булыр, донъянан да артта ҡалмаҫһығыҙ.
Балыҡ. Ете тапҡыр урынына етмеш ете тапҡыр уйлап йөрөһәгеҙ, көнөгөҙ хыялланып ҡына үтер.
Читайте нас: