Өслө тулы һан иҫәпләнә. Әйтәйек, өс туған таймаҫ тип тулылыҡты, ныҡлыҡты белдерәләр. Өс балалы ғаиләне тулы ғаилә тип йөрөтөүселәр ҙә бар. Кешенең тәне, йәне, рухы бар, хатта кешенең йәшәйеше лә ошо һанға бәйле, мәҫәлән, кеше тыуа, йәшәй һәм үлә. Күп диндәрҙә өҫкө донъя -күк, урта донъя - ер, аҫҡы донъя - һыу тип иҫәпләнгән. Өс - уңыш билдәһе.