+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Февраль 2021, 19:10

Сталинград һалдаты

2 февраль Рәсәйҙә Хәрби дан көнө билдәләнде. Бынан 78 йыл элек донъя тарихындағы иң ҡан ҡойғос һуғыштарҙың береһе – Сталинград алышы тамамланған.Ошо уңайҙан Бик-Ҡарамалы ауылында бик әһәмиәтле эш башҡарғандар - Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, Сталинград алышында ҡан ҡойған ауылдаштары тураһында мәғлүмәттәр йыйғандар һәм яҡташтары иғтибарына тәҡдим иткәндәр.Бөгөн һеҙҙең иғтибарға Ғәниев Сәлмән Ғилман улы хаҡындағы яҙманы еткерәбеҙ.

2 февраль Рәсәйҙә Хәрби дан көнө билдәләнде. Ул көндә совет ғәскәрҙәре Сталинград өсөн алышта немец-фашист илбаҫарҙарын тар-мар иткән. Бынан 78 йыл элек донъя тарихындағы иң ҡан ҡойғос һуғыштарҙың береһе – Сталинград алышы тамамланған. Ике яҡлап та 100 квадрат метрлыҡ майҙанда 2,1 миллиондан ашыу кеше бер-береһенә ҡаршы торған. Фронт һыҙаты 400-ҙән алып 850 километрға тиклем һуҙылған. Сталинградтың үҙендә алыштар ике айҙан ашыу барған. Тотош емереклектәргә әйләнгән ҡала немец баҫҡынсылары алдында баш эймәгән һәм тулыһынса дошмандан азат ителгән. Сталинград өсөн барған алыштарҙа еңеү совет ғәскәрҙәренең ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ һәм бөгөлмәҫ рухи ныҡлыҡ өлгөһө булған.
Ошо уңайҙан Бик-Ҡарамалы ауылында бик әһәмиәтле эш башҡарғандар - Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, Сталинград алышында ҡан ҡойған ауылдаштары тураһында мәғлүмәттәр йыйғандар һәм яҡташтары иғтибарына тәҡдим иткәндәр. Ошоноң менән улар ҡаһарман һалдаттар тураһында иҫтәлекте мәңгеләштергән.
Бөгөн һеҙҙең иғтибарға тағы ла бер Сталинград һалдаты, Сәлмән Ғилман улы Ғәниев тураһындағы яҙма тәҡдим итәбеҙ.
Ҡыҙғанысҡа күрә, яугир хаҡында мәғлүмәттәр бик аҙ. Бары тик уның 1923 йылда тыуғаны, фронтҡа 1942 йылдың көҙөндә алынып, Владимирҙағы пехота училищеһына уҡырға ебәрелгәне генә билдәле. Артабан Сәлмән Ғилман улы Сталинград өсөн барған алыштарҙа ҡатнашҡан. Полк разведчигы булған.Ошонда аяғының етди йәрәхәтләнеүе тураһында мәғлүмәт бар. Сәлмән Ғәниев үҙе хаҡында һөйләргә яратмаған, тик бер ваҡыт немец полковнигын әсирлеккә төшөрөп, штабҡа алып ҡайтыуы тураһында ла бер тапҡыр ғына һөйләй ул.
Мәғлүмәттәр аҙ булһа ла, батыр яугир дан һәм хөрмәткә лайыҡ, тип уйлайбыҙ, сөнки ул да башҡалар кеүек үк, илебеҙҙең азатлығы, беҙҙең яҡты киләсәгебеҙ өсөн ҡан ҡойған.
Был яҙманы уҡығас, бәлки берәй туғандары, ейәндәре батыр һалдат тураһында иҫтәлектәре, мәғлүмәттәре менән бүлешер, тип өмөтләнәбеҙ.
Материалдар һәм фотоһүрәттәр "Бик-Ҡарамалы менән Баҡса. Тарих яҙабыҙ" тигән төркөмдән алынды.
Читайте нас: