+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Февраль 2021, 12:50

Теге өсәүҙән йондоҙнамә!

УҠСЫ. Һеҙгә бирсәткә ташларҙар, йәғни атышҡа саҡырырҙар. Ҡабул итһәгеҙ халыҡ күтәрер, аҡ флаг күтәрһәгеҙ халыҡ бөтөрөр.Ҡалғаны түбәндә.

Ҡуҙы. Үҙегеҙҙе ғәйепһеҙ ҙә ғәйепле итеп тойорһоғоҙ. Ғәфү итһендәр өсөн барыһын да эшләрһәгеҙ, әммә быны оҫта файҙаланып елкәгеҙгә менеп ултырыусылар ҙа булыр.
Буға. Кешегә үҙ мөнәсәбәтегеҙҙе белдерергә ҡурҡмағыҙ. Яратаһығыҙ икән яратам тип әйтегеҙ, күрә алмаһығыҙ- күҙемә күренмә тиегеҙ.
Игеҙәктәр. Тойомлауығыҙ һеҙгә тура юлды күрһәтә. Эске тауышығыҙға ҡаршы килмәгеҙ.
Ҡыҫала. Кеше кешеләргә кәрәк булһын... тигән шағир. Бөгөн һеҙгә лә кеше ярҙамы кәрәк. Яңғыҙ ҡарға яҙ килтерә алмаҫ.
Арыҫлан. Велосипед эшләп маташмағыҙ. Уны 1817 йылда уҡ уйлап тапҡандар. Ғөмүмән, яңы эш тип тотонғанығыҙ кемдер ҡасандыр эшләгән әйбер булыр. Ял итегеҙ.
Ҡыҙҙар. Һеҙ Гретта кеүек, бөтә донъя өсөн хафаланырһығыҙ. Башта тормоштоң яҡшы яҡтарын өйрәнегеҙ.
Үлсәү. Шым һәм тыныс йөрөһәгеҙ, көнөгөҙ ҙә шулай үтер. Ҡыштыр-мыштыр йөрөһәгеҙ, ҡытыршылыҡтар булыр, ә яр һалып йөрөһәгеҙ, бөтөнләй яратмаҫтар.
Саян. Эш муйындан, ә ваҡыт ҡыҫҡа булыр. Әммә һәр беребеҙҙең бөтәһен дә һуңғы көндә эшләү һәләте бар, һеҙ ҙә өлгөрөрһөгөҙ.
Уҡсы. Һеҙгә бирсәткә ташларҙар, йәғни атышҡа саҡырырҙар. Ҡабул итһәгеҙ халыҡ күтәрер, аҡ флаг күтәрһәгеҙ халыҡ бөтөрөр.
Ылаҡ. Һәр еңеүҙең тәмен татый белергә кәрәк. Юғиһә, алда янған Мәскәү генә көтөр.
Һыуғояр. Файҙалы осрашыуҙар, күңелле күрешеүҙәр һәм мәғлүмәт көнө. Башығыҙ ғына ярылмаһа ярар ине.
Балыҡ. Эштең һөҙөмтәһен күреү һеҙҙе ныҡ бәхетле итер. Шуға устарға төкөрөп, еңдәрҙе төрҙөк тә, алға.
Читайте нас: