0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Февраль 2021, 14:55

10 февраль – Дипломатик хеҙмәткәрҙәр көнө

Рәсәй дипломатик хеҙмәткәрҙәр көнө 2002 йылдың 31 октябрендә РФ Президенты В.В. Путиндың 1279-сы һанлы Указы менән булдырылған.

Был дата символик мәғәнәгә эйә. Указ 1549 йылдың 10 февралендә Иван Грозныйҙың Дәүләт илсеһе учреждениеһын булдырыу тураһында ҡарарына ярашлы эшләнгән. Ул Рәсәйҙең мәнфәғәттәрен яҡлаусы тәүге тышҡы сәйәси орган булып тора.
Дипломаттар илдең, уның граждандарының мәнфәғәтен яҡлауҙа, сит илдә ҡыйын хәлдә ҡалған ватандаштарыбыҙға ярҙам ойоштороуҙа булышлыҡ итергә тейеш.
Читайте нас: