+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Февраль 2021, 00:30

Башына тимер һоҫҡо менән һуҡҡан

Эскелек арҡаһында ҡанлы фажиғә

Был хәл Баймаҡ районының Темәс ауылында була. 43 йәшлек ирҙең танышы иртән уларға инә һәм эскенән туҡтау кәрәклеге хаҡында әйткеләй башлай. Быны оҡшатмаған ир ҡатынын танышынан көнләшеп, башта ҡатынының башына тимер һоҫҡо менән һуға, унан танышына бер нисә тапҡыр бысаҡ ҡаҙай. Алынған яраларынан ир урында йән бирә. Күҙе эскенән томаланған ир таныштарына был хаҡта шылтыратып әйтә һәм үҙе машинаһына ултырып билдәһеҙ йүнәлештә сығып ҡаса. Тиҙ арала план-перехват иғлан ителә, эскесе ир тотола. Ул ғәйебен таный, тикшереү бара.
Читайте нас: