+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Февраль 2021, 13:25

Теге өсәүҙән йондоҙнамә!

БАЛЫҠ. Ятылмаған диван бар, эселмәгән сәй көтә, ҡаралмаған телевизор саңланған. Бөгөн ошо эштәрҙе башҡарығыҙ.Ҡалғаны түбәндә.

Ҡуҙы. Асыҡ ауыҙ булмағыҙ, юғиһә, быға тиклем яулаған уңыштарҙан да ҡолаҡ ҡағырһығыҙ. Тоҙһоҙ һүҙ һөйләүҙе лә беҙгә ҡалдырығыҙ.
Буға. Бер аҙым алға баҫығыҙ ҙа, әйләнегеҙ артығыҙға... Бәлки берәй нәмә үҙгәртке килеп китер.
Игеҙәктәр. Уйламай эшләп, йә хаталанып мажараға тарырһығыҙ. Әгәр һеҙ Индиана Джонс икән, хата яһауҙан ҡурҡмағыҙ.
Ҡыҫала. Һеҙ Месси, Криштиану кеүек формағыҙҙың сәскә атҡан сағында. Шуға еңеүҙәр ҙә күп булыр.
Арыҫлан. Тирләп эшләһәң, тәмләп ашарһың. Көн ауыр ғына булыр, аҡса өлкәһендә лә проблемалар көтөлә.
Ҡыҙҙар. Күҙегеҙгә аҡ-ҡара күренмәй, бөтә ҡаршылыҡтарҙы емереп маҡсатығыҙға табан бараһығыҙ. Барып етмәһәгеҙ, емерелгән кәртәләрҙе төҙәтергә тура килер.
Үлсәү. Ҡарама һүҙенә, ҡара эшенә тиһәләр ҙә, бөгөн кеше һөйләгәненә иғтибар итегеҙ. Кемдер һеҙҙе алдарға теләй. Ә ялғанды телмәрҙә таныу еңелерәк.
Саян. Аптыраған өйрәк кеүек булырһығыҙ. Ҙур уңышығыҙ сүп кенә кеүек булыр, һөйләгенегеҙ ҙә ҡабул ителмәҫ. Проблеманың асылына төшөнөгөҙ.
Уҡсы. Әҙәплелек өлгөһө булып ҡарағыҙ. Оҡшаһа был ролдә ҡалырһығыҙ, юҡ икән, ғәҙәти тормошҡа ҡайтығыҙ.
Ылаҡ. Риза түгелһегеҙ икән, бөгөнгә шымып тороғоҙ. Шәп мөмкинлек һуңыраҡ булыр.
Һыуғояр. Армиялағы кеүек тәртип булырға тейеш. Уйҙарҙа, эштә, финанс мәсьәләлә, бөтә ерҙә. Ҡоралығыҙ-һалҡын аҡылығыҙ.
Балыҡ. Ятылмаған диван бар, эселмәгән сәй көтә, ҡаралмаған телевизор саңланған. Бөгөн ошо эштәрҙе башҡарығыҙ.
Читайте нас: