+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Февраль 2021, 10:50

Беҙҙең былай ултырыуҙар

ҡалһын һағынып һөйләргә

Яңы Йәнбәктәр 30 градуслы һыуыҡ февраль кистәрен файҙалы шөғөлгә - кис ултырыуға арнаған. Күрше-тирә апайҙар йөн ептәрен, бәйләмдәрен алып хужабикә Зәлиә Хәмәҙиеваның йортона йыйылған. Күмә йыйылған ерҙә, билдәле, хәтирәләр яңыра, өлкәндәр тормош тәжрибәһе менән уртаҡлаша, үҙҙәренең йәш саҡтарын иҫкә ала. Был кистә лә тап шулай булды. Ике килендәш - Фиҙалия һәм Кәшифә Туҡаевалар һауынсф булып эшләгән йылдарындағы мәрәкәләрҙе һөйләп көлдөрҙө, хеҙмәттәштәрен иҫтренә төшөрҙө. Эш артында ярты төн ауышҡаны ла һиҙелмәй ҡалды.
Читайте нас: