+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Февраль 2021, 14:30

Теге өсәүҙән йондоҙнамә!

ҠЫҘҘАР. Яндағы кешеләргә, бөгөн миңә теймәгеҙ, тип әйтеп ҡуйығыҙ. Һеҙ йөрөгәне менән дары мискәһе.Ҡалғаны түбәндә.

Ҡуҙы. Алға сығырһығыҙмы, тапалып ҡалырһығыҙмы, дисквалификация алырһығыҙмы... бөгөнгө көн ярыш кеүек булыр, ә һеҙ унда беренсе булырға тырышығыҙ.
Буға. Юлдашты һәм һалҡын аҡылды тыңлағыҙ, ә бына йөрәкте тыңламайыраҡ тороғоҙ. Уны кардиологка ҡалдырығыҙ.
Игеҙәктәр. Һеҙ бөгөн майҙан уртаһында булырһығыҙ. Шуға йә үҙегеҙ ҡунаҡҡа әйтегеҙ, йә берәйһенә барып килегеҙ.
Ҡыҫала. Тауышығыҙ һәм һүҙегеҙ бөгөнгө көсөгөҙ. Бигерәк тә етди һөйләшеүҙәр уңышлы булыр.
Арыҫлан. Гитлер планын дөрөҫ фаразламаған, һеҙгә лә хыялдарығыҙҙы барлап сығырға кәрәк. Өҫтәп кеше өсөн яуап тотмағыҙ.
Ҡыҙҙар. Яндағы кешеләргә, бөгөн миңә теймәгеҙ, тип әйтеп ҡуйығыҙ. Һеҙ йөрөгәне менән дары мискәһе.
Үлсәү. Батып барғанда һыуҙың төбөнә етеп этелергә кәңәш итәләр. Һеҙгә лә проблеманың тамырын табырға кәрәк. Юҡһа ул һеҙҙе ғүмер буйы оҙатыр.
Саян. Мейегеҙ ҡайнап китер, ҡапҡас һикерә башлар. Артыҡ мәғлүмәт тупламағыҙ.
Уҡсы. Газпромдан тыш, һәр компанияның үҙәгендә булырһығыҙ. Һеҙҙе көтәләр, хөрмәт итәләр. Маһайып китеп үтәй алмаҫлыҡ вәғәҙәләр биреп ташламағыҙ.
Ылаҡ. Эштәр тау кеүек өйөлгән. Ә тау менән бер генә кеше идара итә ала, тик ул һеҙ түгел. Һеҙгә тонель ҡаҙый башлар кәрәк.
Һыуғояр. Һүҙегеҙ үткер әлбиттә, әммә кемделер яралармын тип уйламайһығыҙмы?
Балыҡ. Алтын балыҡ тотаһығыҙмы, банк талайһығыҙмы... уныһы беҙҙең эш түгел, әммә ҡулға күп кенә аҡса төшөр.
Читайте нас: