+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Февраль 2021, 01:25

Ҡышҡы спорт төрҙәренә - етди иғтибар

Соколовка ауыл биләмәһе башлығы Әхтәм Камалетдин улы Башҡортостан юлдаш телеканалында «Киске телеүҙәк» тапшырыуында ҡатнашты. Унда һүҙ ауыл хоккейы, ауыл спорты тураһында барҙы.Был хаҡта ентекләберәк беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Соколовка ауыл биләмәһе башлығы Әхтәм Камалетдин улы Башҡортостан юлдаш телеканалында «Киске телеүҙәк» тапшырыуында ҡатнашты. Унда һүҙ ауыл хоккейы, ауыл спорты тураһында барҙы. Тапшырыуҙың алып барыусыһы Гөлсимә Иштанова тамашасыларҙы студияға саҡырылған ҡунаҡтар: Саҡмағоштағы «Арена» ябыҡ боҙ майҙаны директоры Рөстәм Фәүис улы Шәйехов, Саҡмағош балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең хоккей буйынса тренеры Эдгар Ринат улы Вәлиев һәм Әбйәлил районының хоккей буйынса йыйылма команда уйынсыһы Ғаяз Шафиҡ улы Хәмитов менән таныштырып китте. Уларҙың һәр ҡайһыһы ауылдарҙа спортты үҫтереү өсөн райондарында ниндәй саралар үткәрелеүе, ниндәй эштәр башҡарылыуы тураһында һөйләп үтте. Саҡмағоштар райондарында хоккей уйынын үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленеүе, был уйындың улар өсөн беренсе урында тороуы хаҡында һөйләһә, әбйәлилдәр иһә райондарының ҡырҡҡа яҡын ауылында хоккейҙан тыш башҡа спорт төрҙәренә лә етди иғтибар бүленеүе тураһында һөйләне. Был хаҡта район хакимиәтенең бүлек мөдире Артур Дәүләтбаев тура эфирҙағы бәйләнеш ваҡытында хәбәр итте.
Артабан һөйләшеүҙә ҡатнашыусылар спортсыларының уңыштары, Саҡмағош районында дүрт йәшлек малайҙарҙан торған хоккей командалары булыуы тураһында илһамланып һөйләне.
Ҙур булмаған тәнәфестән һуң «Киске телеүҙәк» тапшырыуына тағы ла яңы ҡатнашыусылар ҡушылды. Улар – Ҡыйғы район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм комитеты рәйесе Филүс Фәхретдин улы Ҡазыханов, Ҡыйғы районынан физкультура уҡытыусыһы Асҡар Урал улы Кәлимуллин, Дәүләкән районы Соколовка ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Әхтәм Камалетдин улы Шәрәфетдинов.
Артабан да студияла һөйләшеү ҡышҡы спорт төрҙәре тураһында барҙы. Ҡыйғы районы делегацияһы сығыш яһап, райондарында хоккей һәм шорт-трек спортына, шулай уҡ ҡышҡы волейбол уйынына етди иғтибар бүленеүен белдерҙе.
Уларҙан һуң һүҙ Әхтәм Камалетдин улы Шәрәфетдиновҡа бирелде. Ул Соколовка ауылында 2016 йылда хоккей коробкаһы төҙөлөүе, 2017 йылдан ауылда үҙҙәренең бөгөнгө көндә районда көслө командаларҙың береһе һаналған хоккей командаһы төҙөлөүе, күптән түгел «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә өс ауыл биләмәһе араһында хоккей турниры үткәрелеүе, райондың бөтә ауыл биләмәләре ҡатнашлығында Дәүләкән районында киң таралған ҡышҡы уйындарҙың береһе булған «Ауылпиада» уҙғарырға йыйыныуҙары, уның ниндәй формата үтәсәге, шулай уҡ сәләмәт йәшәү рәүешен, спортты үҫтереү өсөн нимәләр эшләнеүе, тағы ла ниндәй ярыштар, спорт саралары ойошторолоуы хаҡында һөйләп үтте. Уның белдереүенсә, ҡыйғыларҙың ҡышҡы волейбол уйындары унда ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыуы, был шөғөлдө киләсәктә ауылдарында ла һынап ҡарарға уйлауҙары тураһында әйтеп үтте һәм уларҙың командаһы менән, берәй ваҡыт, бәлки, спорттың ошо төрө буйынса көс һынашып ҡарарға ла мөмкин булыр, тигән ышаныс белдерҙе.
Шулай уҡ үҙенең сығышында Әхтәм Камалетдин улы хоккей коробкаһының тик команда уйындары өсөн генә түгел, ә ауыл балаларын спортҡа йәлеп итеү маҡсатында ла төҙөлөүе, районда спортҡа, сәләмәт йәшәү рәүешенә етди иғтибар бүленеүе, район халҡының яңы йыл байрамдарында иғлан ителгән сәләмәтлек ун көнлөгөндә әүҙем ҡатнашыуы, район үҙәгендә һәм ауылдарҙа төрлө спорт саралары уҙғарылыуы, ауылдарҙың күпселегендә кешеләрҙең саңғы, гер күтәреү, скандинавса йөрөү, быйма кейеп хоккей уйнау менән теләп шөғөлләнеүҙәре, бер һүҙ менән әйткәндә, спортты киләсәктә лә үҫтереү пландары менән йәшәүҙәре хаҡында бәйән итте.
Читайте нас: