+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Февраль 2021, 18:55

Йөҙйәшәрҙәр беҙҙә лә бар

Йөҙйәшәрҙәр, ғәҙәттә, Урта Азия һәм Кавказ илдәрендә йыш осрай. Унда оҙон ғүмерле ағинәйҙәр һәм аҡһаҡалдар булыуына күнегеп бөткәндәр, ә бына беҙҙең тарафтарҙа бер быуатлыҡ ғүмер юлы үткәндәр - һирәк күренеш. Әммә, улар бар.Шундай йөҙйәшәрҙәрҙең береһе Дәүләкән районы Буранғол ауылында йәшәүсе Рәхимә Ҡунаҡҡол ҡыҙы Мөхәмәтйәнова хаҡында редакцияға мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Резеда Ҡорбанғәлиева яҙып ебәргән.Был мәҡәләне ул республикала иғлан ителгән Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы уңайынан һәм 21 ғинуарҙа билдәләнәсәк Халыҡ-ара башҡорт теле көнөнә әҙерләгән .Инәй тураһындағы яҙманы артабан беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Рәхимә Ҡунаҡҡол ҡыҙы Мөхәмәтйәнова 1921йылдың 20 декабрендә яҡты донъяға килә. Ул замандың башҡа кешеләре кеүек үк, Рәхимә инәй ҙә иңенә төшкән һынауҙарҙы лайыҡлы үткән: барыһы менән бергә аслыҡ-яланғаслығын да кисергән, һуғыш йылдарының аырлыҡтарын да күргән. Дәһшәтле һуғыш уның күңелендә юйылмаҫ эҙ ҡалдырған күрәһең, сөнки үҙе тураһында һөйләүҙе үтенгәс, ул иҫтәлектәрен тап ошо һуғышялҡыны ҡабынған осорҙан башланы.
«Һуғыш башланғанда, тормош иптәшем менән Үзбәкстандың Фирғәнә ҡалаһында йәшәй инек. 1941 йылдың авгусында тыуған ауылыбыҙ Буранғолға кире әйләнеп ҡайттыҡ. Тормош иптәшем үпкә ауырыуы менән ҡаты сирләп китте һәм вафат булды», - тип хәтирәләргә бирелә ул.
Башына төшкән ауыр ҡайғынан бөгөлөп төшмәй инәй, өҫтөнә кейгән фуфайкаһының билен ҡайыш менән быуып, башҡа «тыл һалдаттары» менән бер рәттән дөйөм «көрәш»кә – еңеүҙе яҡынайтыу өсөн тырыш хеҙмәткә тотона. Рәхимә Ҡунаҡҡол ҡыҙын ауылдаштары Әхмәҙғәле, Гөльямал менән күрше Ҡоръятмаҫ ауылына тракторға уҡырға ебәрәләр.
Май айында, тракторсыға уҡып бөткәс, яҙғы сәсеүгә төшәләр. Әхмәҙғәле трактор руле артына ултыра, ә Рәхимәне сәскес артына баҫтыралар. Рәхимә Ҡунаҡҡол ҡыҙын ерҙе һөрмәй сәсеүҙә ғәйепләп, көҙөн Түбәнге Салдаға эшкә оҙаталар. Унда улар йәй көндәрендә торф сығара, ҡышын урманда ағас әҙерләүҙә көс һала. Шулай уҡ ҡышҡы һалҡындар ваҡытында Түбәнге Тагилдан 9 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан «Беренсе атомлы» канауын ҡаҙыуҙа ла эшләргә тура килә уға (быныһы инәйҙең үҙе һөйләгән мәғлүмәттәр, ҡыҙғанысҡа күрә, был төҙөлөш тураһында яҙмалар таба алманыҡ, шуға нимә хаҡында һүҙ барғанын аныҡ ҡына әйтеп булмай, әммә Рәхимә Ҡунаҡҡол ҡыҙы был хаҡта үҙе һөйләгәс, яҙырға кәрәк, тип таптыҡ. Бәлки төҙөлөштөң рәсми исеме башҡасараҡ булғандыр...)
«Ауыр эшкә түҙҙек тә ул, - тип хәтерләүҙәрен дауам итә инәй, - тик тамаҡтың ашҡа туймауы ғына үҙәкте өҙә торғайны. Бәшмәк һалып бешерелгән һурпа, бәрәңгенең киҫәге лә юҡ! Бер көнгә 800 грамм икмәк. Кискә тағы ла шул уҡ аш, икмәкте инде иртән үк ашап бөтә торғайныҡ.
Баракта Саҡмағош, Дүртөйлө ҡыҙҙары, беҙҙең ауылдан Аҡбикә, Дәүләтҡол, Сапайҙан Фатима, Ҡыҙрастан Ғәлимә бергә йәшәнек. Начальнигыбыҙ Уханов фамилиялы бик яҡшы кеше ине. Бер йыл эшләгәс, вагонға тейәп, ауылға ҡайтарып ебәрҙеләр».
Ауылда ла ҡул ҡаушырып ултырмай Рәхимә инәй: көлтә бәйләй, бесән саба, 5 йыл йәйге йылымға йөрөй, унан һуң хаҡлы ялға сыҡҡансы, 20 йыл буйы фермала хеҙмәт һала. Алдынғы һауынсы булғаны өсөн өс йыл рәттән ауыл Советы депутаты итеп һайлана, район үҙәгендә уҙғарылған кәңәшмәләрҙә даими ҡатнашып тора.
Бала ҡайғыһы кисерергә лә тура килә инәйгә. Берҙән –бер улы Марат йәш килеш ҡаты ауырыуҙан вафат була.
Рәхимә инәй яңынан кейәүгә сыҡмай - тормош иптәшенә тоғро ҡала. Бөгөнгө көндә яңғыҙы ғына донъя көтә, йорто йәмле, таҙа, заманса итеп йыйыштырылған. Күршеләре уны ярҙамынан ташламай, социаль хеҙмәткәр Люциә Сәфиуллина ла бар йомоштарын үтәшә. Рәхимә инәй бына шулай һәүетемсә генә донъя көтә, Алла бирһә, быйыл 100 йәшен тултыра.
Яҙмыш елдәре кешене ҡайҙа ғына осормай ҙа, нимәләр генә күрмәй әҙәм балаһы! Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ауыр һәм аяуһыҙ заманда ла улар кеше булып ҡала алған, һынауҙарҙан һынмаған, бөгөлөп төшмәгән. Рәхимә Ҡунаҡҡол ҡыҙы ла - ана шундай кешеләрҙең береһе. Тормош һынауҙарына сынығып йәшәгәнгә, зиһене лә асыҡ, хәтере лә яҡшы, ғүмере лә оҙон уның!
100 йәшеңде лә гөрләтеп ҡаршыларға яҙһын, Рәхимә инәй!
Фото: видеонан төшөрөп алынды.
Видеолар: Р. Ҡорбанғәлиеваның шәхси архивынан.
Читайте нас: