Бындай ярыштар һағындырған. Һауа торошо ла был сараны ҡеүәтләгәндәй йылы торҙо.
Район ауылдарында ла был саранан ситтә ҡалманылар. Саңғысыларҙың күбеһе район үҙәгендәге ярыштарҙа ҡатнашыуына ҡарамаҫтан, ауылда ҡалғандар ҙур теләк менән саңғы юлына баҫты.
Мәҫәлән, Алға ауылы халҡы ла бөгөн саңғыларын тағып, ярыш үткәреләһе урынға йыйылды. Ҡатнашыусылар араһында йәштәр ҙә, пенсионерҙар ҙа бар ине. Саңғысыларҙан 74 йәшлек Ҡарасурин Таһир Сәғмән улы бөгөнгө ярышта ҡатнашыусыларҙың иң өлкәне ине. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, уның саңғы юлынан елдән дә етеҙ елеүе көйәрмәндәрҙә һоҡланыу уятты.
Спортсылар старт урынынан бер-бер артлы алға уҡталды.Көйәрмәндәр уларҙы дәртләндереп торҙо. Еңеүгә сәм, дәрт барыһын да берләштерҙе. Иң етеҙҙәр финишҡа беренсе булып килеп етте.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһынан Рәмилә Фазуллина – беренсе, Фәйлә Арыҫланова – икенсе, Эльмира Фазуллина өсөнсө урын яуланы.
Ир-егеттәрҙән беренсе урын – Хәмзә Сәлимйәновта, икенсе урын –Таһир Ҡарасуринда, өсөнсө урын – Илдус Ғәзизовта.
Еңеүселәргә Почет грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.