Әнисә һәм Рөстәмбай Дәүләкән районы Алға ауылында йәшәй. Яҙмыш ошо ауылда тыуып-үҫкән Әнисәне йәшлек йылдарында алыҫ Урта Азия яҡтарына алып китә. Ошонда ул үҙенең яртыһын - Рөстәмбайҙы осрата. Дуҫлашып йөрөгәндән һуң, улар сәстәрен сәскә бәйләй. Был көнгә инде 35 йыл үтеп тә киткән.
Күпмелер ваҡыт үткәс, Матсапаевтар Әнисәнең тыуған яҡтарына күсеп ҡайтырға ҡарар итә һәм Алға ауылында төпләнә. Ғаилә башлығы хаҡлы ялға сыҡҡансы водитель булып хеҙмәт һала, ә Әнисә мәктәптә йыйыштырыусы була.
Тырыш, эш һөйөүсән ғаилә хаҡлы ялға сыҡҡас та ҡул ҡаушырып ултырмай: ихата тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай. Ә уларҙың гөл-сәскәләргә күмелеп ултырған, төрлө йәшелсә, еләк-емеш үҫкән баҡсаһы ауылдаштарында айырым һоҡланыу тыуҙыра. Рөстәмбай тик йылы яҡтарҙа ғына үҫкән емештәрҙе лә беҙҙең һауа шарттарына ҡулайлаштыра алған. Айырыуса абрикостары мул уңыш бирә ағайҙың.
Хужабикә лә бөтә эштәргә лә маһир: күҙҙең яуын алырлыҡ мендәр тыштары, ашъяулыҡтар сигә, төрлө әйберҙәр, сәскә гөлләмәләре бәйләй. Аш-һыуға ла оҫта ул, бешергән аштары телеңде йоторолоҡ була!
Бына шундай татыу ғаилә йәшәй Алға ауылында. Беҙ уларҙы бөгөнгө Ғашиҡтар көнө уңайынан ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә шулай иңдәрен иңгә терәп йәшәүҙәрен, Алтын туйҙарына етеүҙәрен теләп ҡалабыҙ.