+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Февраль 2021, 02:45

ИҢ МӨҺИМЕ – ЯҠШЫ КӘЙЕФ!

Бөгөн Дәүләкән районында йәшәүселәр сәләмәт тормош яҡлы икәндәрен иҫбатлап, «Рәсәй саңғы юлы-2021» Бөтә Рәсәй саңғы ярыштарына ҡушылды һәм үҙ етеҙлектәрен һынап ҡараны. Ололар ҙа, балалар ҙа бик теләп ҡатнашты.

Район ауылдарында ла был саранан ситтә ҡалманылар, ҙур теләк менән саңғы юлына баҫтылар.
Мәҫәлән, райондың Александровка, Дүртөйлө, Көрмәнкәй, Поляковка, Ленинск, Айыухан һәм Ҡоръятмаҫ ауылдарында ярыштарҙа әүҙем ҡатнашҡандар. Ҡатнашыусылар араһында кескәй балалар ҙа, мәктәп уҡыусылары ла, өлкәндәр ҙә булған.
Әйткәндәй, “Рәсәй саңғы юлы” илдә 1982 йылдан алып үткәрелә һәм унда ҡатнашыусылар һаны йылдан - йыл арта бара. Күптәр өсөн физкультура һәм спорт менән даими шөғөлләнеү йәшәү рәүешенә, ә сарала ҡатнашыу иһә яҡшы традицияға әйләнгән.
Башҡа йылдарҙан айырмалы, быйыл һауа торошо ла ҡыуандырҙы, көн йылы, трасса йөрөү өсөн яҡшы булды. Спортсылар бер-бер артлы старт алып, трассаға китә. Кемдәрҙер дистанцияны сәмләнеп, еңеү өсөн тырышып үтһә, кемдәрҙер кәйеф өсөн йөрөп килә. Әммә, бөгөнгө сарала еҫелеүселәр юҡ, сөнки еңеүселәр грамоталар алып ҡыуанһа, спортсыларҙың барыһы ла иһә саф һауанан тәнгә - сихәт, йәнгә - дауа һәм яәшы кәйеф алып шатланған.
Читайте нас: