-6 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Февраль 2021, 19:40

Әле лә матурҙар, әле лә матур пар

Бөгөн Ғашиҡтар көнө. Ошо уңайҙан бөтәгеҙҙе лә ҡотлайбыҙ һәм матур ғаиләләр менән таныштырабыҙ.Артабан һүҙебеҙ Дәүләкән районы Сапай ауылында йәшәүсе Тәнзилә һәм Флүр Сәйетгәрәевтар тураһында.Улар хаҡында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Сапай ауылында кешеләрҙе һоҡландырырлыҡ матур ғаиләләр бихисап. Тәнзилә һәм Флүр Сәйетгәрәевтар ғаиләһе - ана шундай ғаиләләрҙең береһе. Уларҙың йорто әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып, йылылыҡ бөркөп тора. Ихаталарында таҙалыҡ һәм бөхтәлек хөкөм һөрә.
Тәнзилә һәм Флүр икеһе лә ошо ауылда тыуып-үҫкән, мәктәпкә йөрөгән, бер класта белем алған. Бер-береһенә ҡарата һөйөү хистәре лә тап мәктәп йылдарында ҡабынған уларҙың.
Башҡа йәштәр кеүек бәхет эҙләп сит тарафтарға ла юлланмайҙар, Тәнзилә - Стәрлетамаҡ педагогия институтын, Флүр аграр институт тамамлағас, тыуған ауылдарында төпләнәләр, ғаилә ҡоралар. Тәнзилә Сапай башланғыс мәктәбендә балаларға белем бирә, Флүр "Асылыкүл" колхозында агроном булып хеҙмәт һала. Тәнзилә 30 йылдан ашыу ошо белем усағында эшләй, хаҡлы ялға сыға. Ошо йылдар эсендә күпме баланың күңеленә белем орлоҡтары сәскән икән ул! Уларҙың ышаныслы һәм яҡын кешеләренең береһенә әүерелгән. Тәжрибәле һәм абруйлы уҡытыусы ауылдың бер нисә быуын балаларын уҡыта: тәүҙә ата-әсәләрен, аҙаҡ балаларын, унан һуң ейән-ейәнсәрҙәрен...Ул уҡытҡан балалар тотош Сапай ауылы балалары, тип әйтһәң дә, һис тә хата булмаҫ.
Флүр иһә бар ғүмерен тиерлек "Асылыкүл" колхозы менән бәйләй, агроном булып хеҙмәт һала. Эшен яратып, оҫталыҡ менән башҡара. Колхоз тарҡалғандан һуң да ҡул ҡаушырып ултырмай, Тәнзиләһе менән кәңәшләшеп, шәхси эшҡыуарлыҡҡа тотона. Тәүҙә халыҡтан һөт йыйып, Дәүләкән ҡалаһының һөт комбинатына ташый, ул да ябылып ҡуйғас, ауылдарында магазин асалар, ауылдаштарын көндәлек кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итәләр. Тик тирә-яҡта буш ятҡан баҫыуҙар Флүрҙең күңеленә тынғы бирмәй, ергә булған һөйөүе уны крәҫтиән-фермер хужалығы асырға этәрә һәм ул бөгөнгө көндә ике ҡустыһы менән игенселек һәм малсылыҡ өлкәһендә эшләүен дауам итә.
Сәйетгәрәевтарҙың икеһе лә хеҙмәте менән абруй ҡаҙанған, ауылдың ихтирамлы һәм хөрмәтле кешеләре. Икеһе лә тырыш хеҙмәттәре өсөн күп һанлы Почет грамоталары, Дипломдар менән бүләкләнгән, тормоштан йәм табып, ҡәҙер-хөрмәттә йәшәйҙәр. Ике балаға: улдары Алмазға һәм ҡыҙҙары Гөлназға ғүмер биргән улар. Балалары икеһе лә яҡшы белем алған, тормошта үҙ урындарын тапҡан. Бөгөн Тәнзилә менән Флүр өс ейән һәм ике ейәнсәрҙең яратҡан өләсәй менән олатаһы ла. 40 йылға яҡын иңгә-иң терәшеп йәшәгән Сәйетгәрәевтар бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап йәшәй. Ғаиләләренең татыу булыуҙарының да сере - бер-береһен ихтирам итеүҙәлер, моғайын. Сөнки ихтирам булған ерҙә мөхәббәт тә, ышаныс та, тоғролоҡ та була. Был ғаиләнең тағы ла бер ҡото һәм йәме - ул ғаилә башлығының өҙҙөрөп гармунда уйнауы, матур итеп йырлауы. Йыр-моңға ғашиҡ ғаилә һәр саҡ матурлыҡҡа ынтылып йәшәй, икеһе лә дәртлеләр, әүҙемдәр. Улар - ауылда уҙғарылған төрлө сараларҙың, йәйге һәм ҡышҡы Һабан туйҙарының йыш ҡына ойоштороусылары ла, бағыусылары ла. Бөтә эштәрҙе лә тиерлек алдан башлап йөрөүселәр. Студент саҡтарында ла, колхозда эшләгәндә лә, бөгөнгө көндә лә үҙешмәкәр түңәрәккә йөрөргә ваҡыт таба улар. Бына шундай йыр-моңға бай, күңелдәре матур, үҙҙәре уңған, абруйлы һәм хөрмәтле ғаилә йәшәй Сапай ауылында. Бер һүҙ менән әйткәндә, әле лә матурҙар, әле лә матур пар Сәйетгәрәевтар. Күңелдәре тулы моң, күҙҙәрендә һөйөү хисен һаҡлап ҡалған, матур һәм һоҡланғыс парҙың киләсәктә лә атыр таңдары яҡты һәм бәхетле булһын.
Читайте нас: