Беҙ ошо әсе хәтирәләр менән йөрөүсе ил батырҙарын хөрмәтләргә, хәрби бәрелештәрҙә һәләк булғандарын иҫкә алырға бурыслыбыҙ.
Был һуғыш беҙҙең хәтерҙән, улдарын юғалтҡан ата-әсәләрҙең, ошо яуҙың үтә михнәтен һәм ғазабын кисергән ябай һалдаттарҙың күңеленән бер ҡасан да юйылмаясаҡ.
Күпме генә ваҡыт үтмәһен, батыр яугирҙәрҙең ҡаһарманлығы тураһында хәтер беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәйәсәк.
Улар йәш быуынға өлгө булып торалар, Тыуған илгә һөйөү һәм яуаплылыҡ тойғоһо тәрбиәләйҙәр.