+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Февраль 2021, 14:40

Тарих биттәренән

Ит ашағас, ҡымыҙ уртла

Башҡорт ырыуҙары элек ярым күсмә тормош алып барған. Бойҙайҙы ул ултыраҡ тормош алып барыусы ырыуҙарҙан иткә алыштырып алған.
Йәйләү шарттарында күберәген сөсө икмәк бешергән. Әммә аҙыҡтың төп өлөшөн әлеге лә баяғы ит биләгән. Ә итте саманан тыш күп ашау ашҡаҙанға ныҡ көсөргәнеш тыуҙыра. Итте организм өсөн файҙалы микроэлементтарға тарҡатыу өсөн ферменттар кәрәк. Шул ферментты ҡымыҙ тулыландырған да инде.
Башҡорт ҡымыҙ эсеп, ул ҡымыҙ ашҡаҙанындағы итте эшкәртергә булышлыҡ иткән. Шулай итеп, боронғолар итте һуңғы файҙалы элементына тиклем үҙләштерә белгән. Шуға ла ашҡаҙаны шәп булған уның.
Хәҙер беҙ итте нисек ашайбыҙ? Ҡоролай ашайбыҙ. Иң ауыр ит һаналған һыйыр итен генә алайыҡ. Ул йомшаҡ түгел. Бигерәк тә олоғайған һыйыр малының ите ҡаты була. Шундай итте ашағандан һуң төн уртаһында ашҡаҙан ауырта башлай. Ни өсөн ауырта? Сөнки ит ашҡаҙандан эсәктәргә китмәй. Артабан китер өсөн фермент кәрәк. Ә фермент нимә була? Бауырҙан кислота бүленә лә, итте бәләкәй өлөштәргә тиклем тарҡата. Шуның өсөн башҡорттар борон-борондан ит менән ҡушып, ҡымыҙ эскән.
Читайте нас: