-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Февраль 2021, 01:50

Йәштәр өсөн өлгө булырлыҡ

Бөгөн Ғашиҡтар көнө. Ошо уңайҙан бөтәгеҙҙе лә ҡотлайбыҙ һәм матур ғаиләләр менән таныштырабыҙ.Артабан һүҙебеҙ Дәүләкән районы Айыухан ауылында йәшәүсе Фәрит һәм Зәбиҙә Сәлиховтар тураһында. Улар ошо көндәрҙә күркәм байрамдарын - бергә йәшәүҙәренең 65 йыллығын һәм Фәрит Ғиззәт улының 90 йәшлек юбилейын билдәләгән.Йәштәр өсөн өлгө булырлыҡ ғаилә хаҡында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Туй – күркәм байрам. Был көн һөйөү, матурлыҡ менән һуғарылған, йәнәшәлә – яҡындар, туғандар, дуҫтар. Ә никахҡа ингән парҙарҙың оҙон ғүмер юлын етәкләшеп, иңдәрен иңгә терәп уҙыуҙары – тағы ла матурыраҡ күренеш. Мөхәббәттә һәм аңлашып, бер бөтөн булып оҙаҡ йылдар йәшәгән ғаиләләр кешеләрҙә һоҡланыу тыуҙыра. Дәүләкән районы Айыухан ауылында ошо көндәрҙә бергә йәшәүҙәренең 65 йыллығын билдәләгән бәхетле ғаилә Зәбиҙә Зариф ҡыҙы һәм Фәрит Ғиззәт улы Салиховтар уҙған йылдар эсендә бер-береһенә булған мөхәббәтен, ихтимарын, ышанысын һәм тоғролоғон иҫбатлай алған.
Был ғаилә тарихы нисек башланған һуң? Фәрит Ғиззәт улы - 1931 йылдың 10 февралендә, ә Зәбиҙә Зариф ҡыҙы 1934 йылдың ноябрендә Дәүләкән районы Айыухан ауылында колхозсылар ғаиләһендә донъяға килгән. Шул осор балалары һымаҡ уҡ замана ауырлыҡтарының барыһы улар иңенә лә ята. Аслығын да, яланғаслығын да, ауыр һуғыш йылдарын да, үҙәккә үтерлек һуғыштан һуңғы йылдарҙы ла бөтәһе менән кисерергә тура килә уларға.
Айыухан ауылында етенсе класты тамамлағас, колхозда хеҙмәт юлын башлағандар. Фәрит Ғиззәт улы әрмелә хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, 1956 йылдың ғинуарында матур итеп комсомол туйы үткәргәндәр. Ул ваҡытта Айыухан ауылында 12 йәш пар барлыҡҡа килгән. Ғаилә башлығы - колхозда тәүҙә комбайнсы, һуңынан, хаҡлы ялға сыҡҡансы токарь, Зәбиҙә Зариф ҡыҙы алдынғы сөгөлдөрсөләрҙең береһе булған. Һуңғараҡ, колхоз тауыҡтар үрсетә башлағас, был эште иң тәүгеләрҙән булып Зәбиҙәгә ышанып тапшырғандар. Артабан фермала һауынсы, хаҡлы ялға сығыр алдынан ашнаҡсы хеҙмәтен башҡарып, баҫыуҙарҙа тир түккән игенселәргә тәмле аштар бешергән. Юбилярҙарҙың икеһенең дөйөм эш стажы 80 йылдан артып китә. Улар икеһе лә – хеҙмәт ветерандары, тырыш хеҙмәттәре өсөн күп һанлы Почет грамоталары менән бүләкләнгәндәр. Ғаилә башлығы, тыл хеҙмәткәре булараҡ, миҙалдар менән наградланған.
Сәлиховтарҙың ғаилә тормошо үҙ яйына ағыуын дауам итә. Бер-бер артлы 4 балалары: 1 улдары һәм 3 ҡыҙҙары тыуа. Ата әсә уларға өлгөлө тәрбиә, яҡшы белем алырға ярҙам иткән, һәр ҡайһыһы үҙ ғаиләләре менән донъя көтә. Бөгөнгө көндә оло улдары Зөфәр баш ҡалабыҙ Өфөлә ғүмер итә, уның ике ҡыҙы, дүрт ейәне бар. Икенсе ҡыҙҙары Әлфинә - Мәскәү өлкәһендә, баһадирҙай өс ул үҫтергән, Зилә ҡыҙҙары - улы менән Санкт-Петербург ҡалаһында, ә төпсөктәре Зәлиә Дәүләкән ҡалаһында йәшәй. Уның да ике ҡыҙы, ейәндәре бар. Фәрит һәм Зәбиҙә Сәлиховтарҙың бөтә балалары ла хәҙер инде хаҡлы ялда. Ҡарт өләсәй менән ҡарт олатай һигеҙ ейән-ейәнсәре, ете бүлә-бүләсәре шатлығына ҡыуанып ғүмер итә.
«Беҙҙең атай-әсәйебеҙ - ҙур иғтибар һәм тәрән ихтирамға лайыҡ кешеләр. Беҙ уларҙы бик яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ. Уларға бөтәһе өсөн дә ҙур рәхмәт! Улар алдында баш эйәбеҙ - бындай һүҙҙәрҙе балалары ҡәҙерле кешеләренә йыш әйтеп тора. Төрлө тарафтарҙа йәшәһәләр ҙә, улар атай-әсәйҙәрен иғтибарһыҙ ҡалдырмай.
Ошо көндәрҙә Раев ауыл Советы башлығы Рөстәм Хинсар улы Шәйхетдинов һәм клуб мөдире Гөлүсә Радик ҡыҙы Нуруллина Сәлиховтарҙы республика Башлығы исеменән күркәм юбилейҙары менән ҡотлап, изге теләктәрен еткергән һәм бүләктәр тапшырған.
Халыҡта: «Ғүмер итеү – баҫыу үтеү түгел», - тигән әйтем бар. Был ғаиләнең дә иңенә төрлө һынауҙар төшә, әммә улар ауырлыҡтарҙан бөгөлмәй, бергәләп еңеп сыға.
65 йыл – оҙон ғүмер ул. Әммә уның үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ, әммә хәтеребеҙҙән бергә еңгән ауырлыҡтарҙы юйып ташлап, күңелдәрҙә бары тик яҡты, бәхетле мәлдәрҙе генә ҡалдырҙыҡ, тиҙәр ошо йылдарҙы иңдәрен иңгә терәп, бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙып, бер-береһен ихтирам итеп йәшәгән юбилярҙар. Мөхәббәт, тоғролоҡ... Юбилярҙар өсөн ошо ике төшөнсә тормош юлын үткәндә ышаныслы терәк, киләсәкте яҡтыртыусы яҡты маяҡ булған. Ошо үҙе бөгөнгө көндә ғаилә ҡороусы йәш парҙар өсөн өлгө түгелме ни!
Сәлиховтар ғаиләһенә ошо юбилейҙары уңайынан беҙ ҙә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә йылылығы, балалар ҡыуанысы теләйбеҙ. Кешеләргә өлгө булып, әйләнә-тирәләгеләрҙе һоҡландырып, оҙон ғүмер кисерегеҙ, хөрмәтле юбилярҙар!
Читайте нас: