+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Февраль 2021, 10:48

Бәлә аяҡ аҫтында

Мәктәп эргәһенән үткәндә водителдәргә айырыуа һаҡ булырға кәрәк

Һәр мәктәп эргәһендә йәйәүлеләргә юл аша сығыу өсөн махсус урын бар. Әммә унда ла бәхетһеҙ осраҡтар булып тора. Үткән аҙнала ғына ҡалала 12 йәшлек малайҙы бәрҙереүҙәре мәғлүм. Бәлә аяҡ аҫтында. Кисә дәрестәре тамамланыуға ҡыҙымды мәктәптән алырға барҙым. Көтөп торам. Юл аша сығып килгәндә аяғы тайып китте лә, әкрен генә ҡуҙғалырға торған машина алдына һуҙылды ла ятты. Күҙ асып йомғансы булды был хәл. Ярай машина ҡуҙғалырға өлгөрмәне, юғиһә тапап үтә ине. Мәктәп эргәһенән үткәндә айырыуса һаҡ булырға кәрәк икәнлеген үҙ күҙҙәрем менән күреп йәнә бер инандым. Күрәсәк булмаһын...
Фото интернеттан алынды.
Читайте нас: