+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Февраль 2021, 14:05

17 февраль – Рәсәй Студент отрядтары көнө

Был байрам Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2015 йылдың 21 февралендәге Указына ярашлы булдырылды.

Иҫтәлекле дата булдырыуға башланғыс һалыусылар студент отрядтары эшмәкәрлегенең, ошо ваҡиғаның йәштәр мөхитендә әһәмиәтле булыуын билдәләй.
XX быуатта студенттар төҙөлөш отрядтары сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү, БАМ төҙөлөшө, илдең нефть һәм газ комплексын булдырыу, төрлө сәнәғәт предприятиелары, заводтар, электр станциялары төҙөү кеүек ҙур төҙөлөштәрҙә ҡатнашҡан. Хәҙерге йәштәр уларҙың традицияларын дауам итә һәм халыҡ-ара сәйәси, спорт ваҡиғалары уңайынан объекттар төҙөү кеүек күләмле проекттарҙа ҡатнаша.
Эштән тыш, уҡыуҙан буш ваҡытта улар ирекле проекттарҙы тормошҡа ашыра. Ветерандарға, сәләмәтлек буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам күрһәтә. Әүҙемдәр балалар йорттарына шефлыҡ итә, һәйкәлдәрҙе ремонтлауҙа ҡатнаша, экологик акциялар ойоштора.
Читайте нас: