– Гәзит килтергәндәр, – күршеһе Зәйтүнәнең килеп инеп, ҡапыл өндәшеүенә терт итеп ҡалды Зәмирә. – Бөгөн иртәләгәндәр әле ул. Былай саҡта төштән һуң үтә торғайны почта.
Зәйтүнә йорт хужабикәһенең хәлен шәйләмәнеме, шәйләһә лә, әһәмиәт биреп торманымы, гәзитте өҫтәлгә ҡуйып, йомошон әйтә һалды.
– Ҡана, теге нәмәңде, ҡәһәрең, нисек атала әле ул? Хәтергә һалып ҡуя алмайым шуны... Ни тип аңлатайым? Киленең бүләк иткән турай-ваҡлай торған нәмәҫтәкәйеңде биреп тор әле.
– Блендермы? – Зәмирә һеңә ҡатып ултырған еренән ҡалҡынды.
– Шул-шул, үҙе, – күршеһе үҙе беренсе булып аш-һыу бүлмәһенә уҙҙы. – Уйлап табалар ҙа инде бөгөнгө заманда атамаларҙы. Дөрөҫөрәге, үҙебеҙҙең телгә ауҙармайҙар ҙа. Рәхәт. Ни эшләп ултыраларҙыр академияларҙа телселәр? Шул арҡала телде һындырып, әллә ни ғәләмәт һүҙҙәрҙе ҡарт көнөңдә әйтә алмай йөрө инде.
Ғүмере буйы мәктәптә уҡытыусы булып эшләгән Зәйтүнә хәбәрен теҙә бирҙе. Зәмирә, телен йотҡандай, баш һелкеп, килешеүен генә белдерҙе. Ҡулына блендерҙы алғас, күршеһе шунда уҡ ишеккә ыңғайланы.
– Ҡойолған алмаларҙы йыйып алғайным. Бер ыңғай эшкәртеп ҡуяйым тигәйнем, – Зәйтүнәнең сурытҡан хәбәре генә ишетелеп ҡалды.
“Әлдә генә ашыҡҡан мәле тура килде, ток һуҡҡандағылай һеңгәҙәп ултырғанымды абайлаһа, төпсөнөп, йонсотоп бөтөр ине”, – тип еңел һулап ҡуйҙы Зәмирә, ул сығып киткәс. Һаман ни эшләргә тейешлеген хәтеренә төшөрә алмай, тирә-яғына ҡаранып торҙо ла кире өҫтәл янына барып ултырҙы. Ғәҙәттә, ҡулына эләккәс тә уҡып сыҡҡан гәзитен бөгөн ситкә шылдырҙы ла ҡабаттан телефонын алды. Уныһы ҡапыл ауыр булып тойолдо. Экранды ҡабыҙҙы ла, баяғы смс-хәбәрҙе кире асырғамы-юҡмы тип, бер аҙға икеләнеп ҡалды. Дисплейҙағы сәғәтте шәйләп, йә инде, ултырам шул, быҙауҙы төшкөлөккә алып ҡайтырға ваҡыт табаһа, тип эш табылыуына ҡыуанғандай, йәш сағындағылай һикереп тороп, өтәләнеп урамға йүгерҙе.
“Ҡайтырға сыҡтым”, – тип яҙып ебәргән Фирғәте. “Сыҡтыҡ” тимәгән, “сыҡтым” ғына тип яҙған. Тимәк, яңғыҙы, Гөлнараһы менән бергә түгел. Ниңә бер үҙе? Етмәһә, аҙна уртаһында. Әсә йөрәге тулап, шомло хистәргә төрөндө. Әҙәм тигәнең шулай бит: бер-бер хәл була ҡалһа, тәүҙә насар уйҙарға бирелә. Тыныслығын юғалтып, хәлдең асылына төшөнмәйенсә, ошо шомдо үҫтерә генә белә. Зәмирә лә туғайға ыңғайлаған арала тыны ҡыҫылып, күҙ алдары ҡараңғыланғанға ирекһеҙҙән аҙымдарын әкренәйтергә мәжбүр булды. Ярай, алдан уҡ насарға юрамай торайым әле, тип үҙен тынысландырып ҡараһа ла, юҡ, тойғоларына үҙе баш була алмай йөҙәне.
Ә бит әсә күңеле һиҙә барыбер. Был юлы улы менән килене араһында ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡ килеп тыуып, Фирғәт ҡыҙыу баштан бөтәһен күтәрә һуғып өйөнән сығып киткәндер. Зәмирәнең үҙенең башынан үтмәгән түгел, үткән. Өйҙә һауыт-һаба шалтырамай тормай, ләкин ярһыу хистәрҙе ауыҙлыҡламай, һалҡын хистәр менән яйлап төптән уйламай, хаталар яһап, эште олоға еткерергә ярамағанлығын аңлай хәҙер яҙмыш тауын артылып килгән ошо йәшендә.
Фирғәте – икенсе, кесе улы Зәмирәнең. Өйләнешеп, айырым йәшәргә сығыуҙарына быйыл көҙ өс йыл була. Өлкәне Рәсиле Белоретта төпләнһә, Фирғәттәр Сибайҙа тора. Бер туғандар булһалар ҙа, һын-ҡиәфәттәре менән генә оҡшаш бит улар. Ә бына холоҡ-фиғелдәре – ер менән күк араһы. Рәсил атаһына оҡшап өтәләү һәм, ағай булараҡ, бойороусан булһа, Фирғәт бала сағынан күндәм, берәй нимәгә тотонор алдынан төбөнә төшкәнсе уйлап эшләр, әйткәнде үтәр ине. Әллә шуғамы үҙе артыҡ эштәрҙе хәл итмәй, был бурысты атаһы менән ағаһына ҡалдыра ине. Ә хәҙер, ғаилә башлығы булараҡ, күп хәл-ваҡиғалар хаҡында үҙенә ҡарар сығарғанда һыр биреүен шәйләй биреп ҡуйғайны әсә кеше.
Улының ғәйебеме һуң бында? Беренсе сиратта, ата-әсәнең, ахыры, улар бит ҡамырҙай бала күңеленән бешеп сығыр икмәк ише холоҡ әүәләй. Тик әҙәм заты – сабый сағынан уҡ шәхес бит ул. Һәр кем үҙенсәлекле. Баланы үҙе теләгәнсә генә иттереп үҫтерә алмай шул ата-әсә. Ә бына сабыр һәм күндәм Фирғәт, күңеленә йыйып килгәндән һуң, артыҡ һауа тултырылған шарҙай, бер килеп шартларға ла мөмкин. Был осраҡта инде ул уңға-һулға ҡарамай, мейеһен йәшендәй һеңгәҙәтә һуҡҡан уйын ниәт итеп, бер йүнәлеш артынан ғына бара торған. Һәм үҙ һүҙенән ҡайтарыуы уны, ай-һай, еңел түгел. Яңылыш аҙым яһарын аңлаһа ла, ҡарышмаллығы еңеп ҡуя...
Быҙауын табып, ҡыуып ҡайтып килгәнендә Зәмирә ошоларҙы уйлап килде. Дөрөҫөрәге, уйҙары үҙенән-үҙе мейеһен баҫып алды. Ҡайтырға сыҡҡан улына шул ерлегенән үпкә белдереп, шелтәләй аламы? Хәйер, үҙе йәш сағында хаталанманымы? Дыуамал булманымы? Зарифы менән күгәрсендәрҙәй гөрләшеп кенә йәшәнеләрме һуң? Үҙенең дә ғаилә усағына төкөрөп, әсә йортона төйөнсөктәрен күтәреп ҡайтыр саҡтары булды бит. Ә бер сағында, ысынлап та, ҡайтып төштө ул ауылына, бынан һуң Зариф янына ике аяғымдың береһен дә баҫмам, тип. Шул мәлдә сабыр холоҡло әсәһе ниҙәр ҡылды?
Зәмирәнең хәтирәләре уны ошо артыҡ иҫләргә яратмаған көндәренә алып осорҙо.
...Советтар Союзы тигән дәүләт юҡҡа сығып, илдә тулы тарҡаулыҡ хөкөм иткән заман. Аяҡтарына ныҡлап баҫҡандар албырғап ҡалғанда, йәш ғаиләгә шелтә белдереп ни әйтәһең инде? Зәмирәләрҙең йорт һалып ҡына сыҡҡан ваҡыттары. Өйгә алаһы әйберҙәр күп тә, магазин кәштәләре буш, кисә гөрләп торған колхоздарҙың бөгөн кәрәге ҡалмағандай, ил буйлап тарҡатыла, бөтөрөлә килә. Ауыл эшсәндәре эшһеҙ ҡалып, ҡапылғара ҡайҙа барып морон төртөргә белмәй йонсой. Әллә ни күптән түгел ағайҙары кәңәше менән яндарына, тимер юлға монтёр булып эшкә урынлашҡан Зариф был яғына тыныс.
– Әллә ағайҙар алдан күрә белгән инде? Колхозды һаҡлап ҡалдырырға ҡайһылай өгөтләнеләр. Әлдә тыңлағанмын уларҙы, – тип әйтеп ҡуйҙы бер кис, эштән ҡайтҡас. – Имен-аман эшләп йөрөргә генә яҙһын.
Иренә ҡарап: “Алғанына ҡарап шөкөр итә, алырына ҡарап фекер итә белә”, – тип үҙе шөкөр итте Зәмирә.
Йорт-ҡураға һатыуҙа булғанын алып, йыйып, булмағанын булыр, тип шулай һәүетемсә йәшәп ятҡандарында көтмәгәндә ошо йылдың башында ғына илдә аҡса реформаһы үткәрелде. Үҙҙәренең генә түгел, балаларының да ауыҙынан өҙөп, машинаға тип йыйып килгән аҡсалары бер көн эсендә юҡҡа сыҡты. Юҡ хаҡҡа ул-был ваҡ әйберҙәр алып өлгөрөп ҡалдылар бер аҙ. Берәүҙең уйламай эш иткән ҡылығы өсөн илдәге бар халыҡтың ыҙа күреүен шунда аңланы Зәмирә.
– Эх, машинаға түгел, тишек кәмәгә ултырттылар ҙаһа, – тип шаяртырға маташһа ла, Зарифтың йөҙөнә өмөтһөҙлөк, күңел ҡайтыу кеүек тойғолар яҙылғайны. – Ну, һемәйтте!
Шулай булмай ни! Хәләл көсөн түгеп тапҡан аҡса лабаһа! Бер-ике айлап түгел, йыллап йыйғайнылар, етмәһә. Ярай, баш һау булһын, ҡалғаны табылыр, тип йыуатыу ҙа артыҡ еңеллек килтермәҫ: инде менеп бөттөм тигәндә генә ишелеп төшһөн әле хыял тауың.
Ә бына тап шундай ваҡиғаның тағы ла ҡабатланыры бер кемдең ике ятып бер төшөнә инмәгәндер. Байлыҡ тип һаналған аҡса йәнә күҙ асып йомған арала бер хаҡы тормаған ябай ҡағыҙ урынына әүерелеп ҡалды. Уларҙы һаҡлап йыйып барған урынынан алып, иҙән уртаһына һибеп ебәрҙе Зариф.
– Халыҡтың ышаныусанлығынан файҙаланып, йүнһеҙ йүнселдәр ябай эшсене ҡулһыҙ ҡалдыра! Иманым камил: үҙҙәре байып ҡалаларҙыр әле! Ә беҙгә артабан нисек йәшәргә?! – тип туҙынды.
Атайҙарының был тиклем тауыш күтәргәнен күргәне булмаған малайҙары Зәмирәгә килеп һырынды.
– Шымыраҡ булһаңсы. Балаларҙы ҡурҡытаһың дабаһа, – Зәмирә, балаларын күтәреп, йоҡо бүлмәһенә сыҡҡан ыңғайына өндәште.
– Ә мин ошо балалар тип ат урынына егелеп эшләмәйемме? Һәм бына – буш кеҫә менән текә ҡаялы ярҙа! – ире тынысланырға теләмәне.
– Зариф, ысын әйтәм, бар, сығып тор! – уны-быны уйламай, теленә килгән һүҙен әйтте әсә кеше.
– Ә, шулаймы ни?! Аҡсам булмағас, кәрәгем ҡалманымы?! Өйҙән ҡыуаһыңмы хәҙер? Һай, ҡаҙалып китһен был донъяһы! – тип Зариф сығыу яғына йүнәлде.
– Көтөп тор! Бөтөнләй бүтән мәғәнәлә әйтергә теләгәйнем, – Зәмирәнең һуңғы һүҙҙәре ябылған ишеккә барып ҡаҡлыҡты.
Иҙән буйлап кисә аҡса тип аталған төҫлө ҡағыҙҙар ғына һибелеп ятып ҡалды...
– Эскелек менән хәлде йүнәтеп үҙеңә ярҙам итмәйһең бит, киҫкенләштерәһең генә, – төш ауышҡас ҡына карауатынан тороп ултырған Зариф янына килеп ултырҙы Зәмирә. – Беҙгә лә ҡыйын. Рәсил менән Фирғәт ике һүҙҙең береһендә: “Атайға ни булған?” – тип һорап йонсотто.
Зариф, бер ни өндәшмәй, алғы яҡҡа сығып, ижауға һыу тултырып алды.
– Өйҙән ҡыуып сығарҙың да хәҙер кәрәк булып киттемме? – тине Зариф ҡарлыҡҡан тауыш менән. Туя алмаҫтай булып һыу эсте.
Хужабикә иренең һүҙҙәрен ишетмәмешкә һалышты.
– Отпускыңды шулай тәләф иткең киләме? Өй тирәһендә ҡыл да ҡыбырлатмайһың. Ауылдаштар туғайҙан ҡайтмай, бесән эшләй. Беҙҙең сабылғандарҙы ҡоро һабаҡҡа ҡалмаҫ борон күтәреп ҡуйырға кәрәк.
– Үҙ өйөңдән ҡыуып сығарһалар, рәнйемәҫ инеңме? – Зариф, ҡатынының күҙҙәренә ҡарамай, үҙенекен тылҡый бирҙе.
– Бер кем һине ҡыуманы, – Зәмирә өҫтәлгә аш ултыртты. – Ҡышын малға нимә ашатырға уйлайһың? Теге аҡса булған ҡағыҙ киҫәктәренме?
– Нимә, нимә! – тип мыҫҡыллы яуапланы Зариф. – Ә нимәгә кәрәк бының бөтәһе?! Тырышып-тырмашып алға атлайһың, үргә үрмәләп маташаһың, һөҙөмтәлә барыбер артҡа тәгәрәйһең, упҡынға осаһың.
– Улай тимә. Гелән кирегә булып тормаҫ. Яйға һалыныр тора-бара илдә тормош.
– Булмаҫ. Ышаныс юҡ хәҙер.
(Аҙағы бар).