+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Февраль 2021, 00:55

Сталинград батыры

2 февраль Рәсәйҙә Хәрби дан көнө билдәләнде. Ул көндә совет ғәскәрҙәре Сталинград өсөн алышта немец-фашист илбаҫарҙарын тар-мар иткән. Бынан 78 йыл элек донъя тарихындағы иң ҡан ҡойғос һуғыштарҙың береһе – Сталинград алышы тамамланған. Бик -Ҡарамалы ауылында ошо уңайҙан ҙур эш башҡарғандар - Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, Сталинград алышында ҡан ҡойған ауылдаштары тураһында мәғлүмәттәр йыйғандар һәм яҡташтары иғтибарына тәҡдим иткәндәр. Бөгөн һеҙҙең иғтибарға Гәрәев Хәбиәхмәт (Хәби) Әхмәт улы хаҡындағы яҙманы еткерәбеҙ.

Гәрәев Хәбиәхмәт (Хәби) Әхмәт улы 1917 (1918?) йылда Бик-Ҡарамалы ауылында тыуған. 1938 йылда хәрби хеҙмәткә алына. Кесе лейтенант, миномет полкы орудиеһы командиры була.
Бүләкләү ҡағыҙынан: «Иптәш Гәрәев Сталинградты геройҙарса обороналағанда үҙен инициативалы командир итеп күрһәтте. Гәрәев Купоросное ауылы эргәһендә үҙенең минометы менән дошман пехотаһынан 1000-1500 алғараҡ сыға һәм снайперҙарса атып, немецтарҙың ике танкын яндыра һәм ошоноң менән дошмандың контратакаға күтәрелергә йыйынған планын селпәрәмә килтерә. Х.Гәрәев, 1942 йылдың 20 сентябренән 1943 йылдың 1 февраленә тиклемге арала миномет менән командалыҡ итеп, дошмандың 2 миномет батареяһын юҡ итә, 10 блиндажын емерә, артиллерия батареяларының утын, 4 пулемет нөктәһен тар-мар итә, дошман пехотаһының 2 взводын туҙҙыра, 1 тягачын, 40 автомашинаһын һәм йөк тейәлгән 30 ылауын яндыра. 1942 йылдың 26 октябрендә Гәрәев юғары Хөкүмәт наградаһы – «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.
1944 йылдың 20 авгусында артәҙерлек ваҡытында дошмандың айырымланған һәм ныҡлы оборонаһын өҙгәндә, уның минометы дошмандың ут нөктәләре буйлап юҡ итеүсе ут алып бара. Беҙҙең алға барған пехотаға һөжүм итеү өсөн юл асыла. Көслө миномет уты алып барылғанлыҡтан, пехотаның юлында бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡ ҡалмай һәм һалдаттар мөһим стратегик объектты ала. Иптәш Гәрәевтың расчеты беҙҙең ғәскәрҙәрҙең һөжүм итеүен өҙлөкһөҙ тәьмин итә. Үҙенең миномет уты менән ул дошмандың 2 пулеметын юҡ итә, дзотын емерә. Был батырлығы өсөн Гәрәев 2-се дәрәжә Ватан һуғышы орденына лайыҡ була.
Миномет командиры Гәрәев немец-румын илбаҫарҙары менән алыштарҙа ныҡлыҡ һәм батырлыҡ өлгөләре күрһәтә».
«Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» (1942), «Сталинград оборонаһы өсөн» (1942), «Будапешты алған өсөн», «Германияны еңгән өсөн» (1945) миҙалдары, 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1944) һәм башҡа Хөкүмәт наградалары менән бүләкләнгән. Тыуған яғына 1947 йылда әйләнеп ҡайтҡан.
Һуғыштан һуң Бик-Ҡарамалы ауылы мәктәбендә уҡытыусы һәм мәктәп директоры булған. Ауылдаштары, коллегалары, уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре уны ихтирам иткән.
1953 йылда һуғышта алған яраларынан вафат булған.
Фотолар: ошо төркөмдән.
Читайте нас: