+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Февраль 2021, 19:20

Афарин, Минзәлә апай!

Бөгөн Дәүләкән районы Ҡоръятмаҫ ауылында йәшәүсе Минзәлә Васил ҡыҙы Хәлилова исеменә Рәсәйҙең баш ҡалаһы Мәскәүҙән ғәҙәти булмаған посылка килеп төшкән. Ә уның эсендә нимәләр булыуы тураһында беҙҙең сайттан уҡығыҙ.

Ә посылка эсендә бары тик һөйөнөслө хәбәрҙәр һәм иңгә ҡанаттар ҡуйырлыҡ бүләктәр - Минзәлә Васил ҡыҙына 2020 йылға «Йыл яҙыусыһы» милли премияһы номинантының Дипломы, уның «Ҡапҡа төбөндә...Кем ул?» тигән хикәйәһе баҫылған китаптар булған. Бындай һөйөнөслө хәбәр алғас, әлбиттә, иңдәргә ҡанаттар үҫер, сөнки бындай бәхет һәр кемгә лә тәтемәй.
Беҙ районыбыҙҙың даны, БР һәм РФ Яҙыусылар союзы ағзаһы, сәсәниә, мәғариф отличнигы, БР атҡаҙанған уҡытыусыһы Минзәлә Васил ҡыҙы Хәлилованы лайыҡлы исем алыуы менән ҡотлайбыҙ киләсәктә лә ҙур ижади уңыштар теләйбеҙ! Афарин, Минзәлә апай!
Читайте нас: