+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Февраль 2021, 14:30

Кире ҡайтып йөрөмә (Аҙағы)

Ошондай һөйләшеүҙәр инде аҙнаға яҡын көн дә булып тора. Ялҡты был күренештәрҙән Зәмирә. Һуңғы арала ҡатынына тупаҫ һүҙҙәр әйтеүҙән дә тартынмай башланы Зариф. Ярай әле балаларын әсәһенә илтеп ҡуйғайны, атайҙарының был тиклем бәйһеҙләнгәнен күрмәйҙәр.

Башын баҫып ултырған Зәмирә һуңғы уйынан ҡалҡынып, ҡарашын тәҙрәгә йүнәлтте. Хәйер, ниңә үҙенә лә әсәһенә ҡайтып китмәҫкә? Яҙмыштың бер һуғыуына ла ҡаршы тора алмаған мәүкә ирҙән киләсәктә ни көтөргә? Икенсе яҡтан, бергә тапҡан, бергә төҙөгән донъя малы әҙме ни уларҙың? Туптай ике малайҙары үҫеп килә. Нисек барыһын ташлап, бер һелтәүҙә емерә һуғып сығып китмәк кәрәк? Бер саҡ аҡылына килер Зариф, элеккесә ең һыҙғанып донъя көтөргә тотонор. Үҙе әйтмешләй, гелән кирегә булып тормаҫ әле.

Тик, ҡара, ана, бер ни белмәй бөтөн өйгә хырылдап йоҡлап ята ире. Шешенгән йөҙөн һаҡал баҫҡан. Өҫтөндәге кейеменә бысраҡ һылашып, ҡатып бөткән. Был ҡиәфәттә ул ҡала урамдарындағы берәҙәк бабайҙарға оҡшап ҡалған. Тфү, әҙәм мәсхәрәһе. Дыуамал уйын ҡабаттан күңеле аша үткәреп тормай, Зәмирә көндәлек кейемдәрен төйнәп, ныҡлы баҫып өйҙән сығып китте.

Өҫтәлдә “Хуш. Әсәйемә ҡайттым” тигән яҙыулы ҡағыҙ битен генә ҡалдырҙы.

Ләкин Тәңребикә инәй Зәмирәне һис көтөлмәгәнсә ҡаршы алды. Баҡсаһында нимә менәндер булышып йөрөй ине. Әлбиттә, төйөнсөктәр күтәреп килгән ҡыҙын абайламаны. Аҙмы кеше урамдан үтә? Эшеңдән айырылып, һәр береһен ҡарай башлаһаң... Яҡыныраҡ килгәс, Зәмирә үҙе өндәште:
– Һаумы, әсәй! Арыумы хәлдәрең?

Тәңребикә инәй, ишетеләме әллә тигәндәй, тирә-яғына ҡаранып алғас, турайып баҫып, тауыш килгән яҡҡа боролдо. Текмә аша ҡарап торған яңғыҙ ҡыҙын күргәс тә урынынан ҡыбырламай ҡалды. Ниҙер уйлап алғандан һуң, буғай, ҡапҡа алдындағы баҡса ишегенән сығып, Зәмирәне ҡосоп һөйөп алды.

– Ниңә яңғыҙың? Ҡайҙа кейәү? – тәүге һорауы шул булды.

– Өйҙә. Иҫереп йоҡлап ятып ҡалды. – Зәмирә һүҙҙе оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай, тураһын ярып әйтте. – Мин һиңә ҡайттым, әсәй.
Тәңребикә инәйҙең йөҙө үҙгәрмәне лә шикелле, бер мускулы ла тартышып ҡуйманы. Ҡулы менән ҡапҡа алдындағы текмә буйында ятҡан бүрәнәгә төртөп күрһәтте.

– Ултырып һөйләшәйек.

Үҙе ҡыҙынан алдараҡ ултыра һалды. Һәр саҡ асыҡ йөҙлө, һәр ингән кешегә сәй ултыртҡан ҡунаҡсыл әсәһенең ни өсөн өйгә саҡырмауына, өҫтәл әҙерләйем тип өтәләнмәүенә ифрат ғәжәпләнһә лә, Зәмирә, быны уға белдермәй, янынан урын алды.
Байтаҡ ҡына һүҙҙе ниҙән башларға белмәй аҙапланып ултырҙы. Ни әсәһе үҙе өндәшмәй, ҡайҙалыр алыҫҡа төбәлгән дә ҡулындағы үләнде әйләндереп тулғандыра, өҙгөсләй.

– Атай, малайҙар ҡайҙа? – тигән булды, ахыры, Зәмирә.

– Ҡайҙа булһындар? Туғайҙалар. Атайың бесән саба, малайҙар эргәһендә йылға буйында булыша торған. – Ниһайәт, Тәңребикә инәй ҡыҙы яғына боролдо. – Үҙегеҙ нисек? Бесәнде бөтмәнегеҙме әле?

– Шунда бәлә бит, әсәй! – Инде Зәмирә үҙе ҡарашын әсәһенең күҙҙәренән йәшерҙе. – Бынау деноминация тип аталған нәмәләре өсөн тамам биреште Зариф. Эсеп тик йөрөй. Өйҙө лә, балаларҙы ла ҡарашмай, бесән дә эшләмәй.
– Зарланма, – тине Тәңребикә инәй ҡаты ғына итеп. – Зарланыр өсөн Хоҙай бар. Уға еткер зарыңды.

Зәмирә ни тип яуапларға белмәй ҡаушап ҡалды, әммә күңелендәген бушатырға теләү тойғоһо көслөрәк булып сыҡты.
– Машина алырға тип аҡса йыя инек бит. Икенсе мәртәбә юҡҡа сыҡты аҡсалар. Шул арҡылы Зариф әллә үҙен ғәйепләп, әллә тормоштан төңөлөп, бөтөрөнөп тик йөрөй. Әйткәнде тыңламай. Әйтһәң, әрләшә...

– Мин дә һине әрләп үҫтерһәм дә, килгәнһең бит әле яныма, – тип һүҙен бүлдерҙе Тәңребикә инәй, әйткәндәренә ниндәйҙер тәрән мәғәнә һалып.

– Әллә... Хәтеремдә һинең тик яратып, наҙлап өндәшкән, аҡыллы һүҙҙәр, ҡыҙыҡлы ваҡиғалар һөйләгән, дәртләндереп, ихласлап бергәләп эш менән булышҡан мәлдәр генә һаҡланған. Һинең бер ҡасан да беҙгә тауыш күтәргәнеңде, ҡырыҫ өндәшкәнеңде иҫләмәйем.

– Бына, үҙеңә үҙең яуап бирҙең, ҡыҙым. Хәтер бит, хәҙерге тел менән әйткәндә, фильтр кеүек: үҙенә ҡәҙерле, яҡты, йылы көндәрҙе генә йыйып бара һәм ахырғы минутҡаса һаҡлай. Бысраҡ, әшәкене туп­ламай, юйып ташлай ул. Әҙәм балаһына ундай ауыр йөк кәрәкмәй тормош юлында. Йөгөң артыҡ булған һайын атлауы ла яйһыҙ, аҙымдарың да аҡрыная, йә бөтөнләй туҡтап ҡалыуың ихтимал. Шул рәүешле әлеге мәлдәге ҡара көндәрең дә бер заман онотолор.
Күпмелер ваҡыт өндәшмәй ултырҙылар.

– Ҡайт һин, балам, үҙ йортоңа.

– Мин ваҡытлыса ғына бит, әсәй. Өйҙә барыһы тәртипкә килгәнсе, – тип әйтеп ҡараны Зәмирә.

– Тағы үҙең хәл итеү юлын әйтеп һалдың. Ана шул: һин ваҡытлыса булһа ла ҡайтып тор. Һин булмаһаң, өйөң нисек тәртипкә килһен? Ир менән ҡатын бергә булырға тейеш. Һәр ваҡыт, ниндәй генә хәл килеп тыуһа ла. Барыһы ла ваҡытлыса. Быныһы ла. Үтер. Түҙ.

– Ул бит мине тыңламай ҙа. Эсә, ирешә, тауыш күтәрә. Тора-бара ҡул күтәрмәҫ тә тимә.

– Эй, балам. – Тәңребикә инәй Зәмирәгә яҡыныраҡ шылып ултырҙы. – Тормош юлының һикәлтәләрен үтеүе бер ни тормай, тип уйлағайныңмы? Һикертеп барып, арбанан төшөрөп ҡалдырыуы ла ихтимал. Шул саҡ был рәхимһеҙлектә кемделер ғәйепләп, ҡолап ҡалған урыныңда сәбәләнеп тулап илап йә кемдеңдер һине күтәреп кире арбаға ултыртырын көтөп ятыу бер ниндәй фәтүә бирмәҫ. Ир һынған, йә һындырғандар икән, ҡатыны уның янында ҡалырға тейеш, уның менән бергә ошо ҡара һыҙыҡты үтергә тейеш. Ҡәҙерле кешеңдең йылы һүҙе лә күңелдәге яраны бөтәштерә. Ғаилә шундай була. Шуның өсөн төҙөлә ғаилә.

– Һуң, көн дә иреш-талаш...
– Беләһеңме, ваҡытында өләсәйең миңә: “Ыҙғышҡан ваҡытығыҙҙа икегеҙ ҙә шуны хәтерҙә тоторға тейеш: асылда һеҙ бер-берегеҙгә ҡаршы түгел, ә икәүләшеп килеп тыуған хәлгә ҡаршыһығыҙ”, – тигән нәсихәт әйткәйне. Был алтын һүҙҙәр атайың менән беҙҙең ғаиләне ошо көндәргәсә ныҡлы һаҡлап килде.

– Атай менән һинең һис ҡасан да боларып талашҡанығыҙҙы иҫләмәйем.
– Сөнки ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәтте үҙҙәренән башҡа берәү ҙә белмәҫкә тейеш. Ояңда ниҙәр булған, нимә бар – ситкә сығарма. Кеше бер көн күрер йә тыңлар, икенсе көн көнләшер йәки уңышһыҙлығыңа ҡыуаныр, өсөнсө көн шул белдеге арҡылы этлек тә ҡылып ҡуйыр...

– Зариф һуңғы арала шул тиклем йәмһеҙ ҡыланып, ерәнес булып китте.
– Һин туйыңды иҫләп ал шундай мәлдәреңдә.

Тәңребикә инәй шулай тине лә урынынан ҡалҡынды.

– Ярай, ҡыҙым, һиңә ҡайтырға ваҡыт. Мине лә эштәр көтә, – тине, өҫ-башын ҡаҡҡылап.

– Атайҙы, балаларҙы күрмәй ҙә ҡайтып китәйемме? – тип һорап ҡуйҙы Зәмирә бер аҙ үпкәле тауыш менән.
– Икенсе юлы килгәнеңдә күрерһең. Зарар юҡ. Кейәү менән кил! – Тәңребикә инәй баҡса ишегенә ҡарай йүнәлде. – Ҡунаҡҡа!

Тыуған нигеҙе аша үтмәй ҡайтып китеүе беренсегә ине Зәмирәнең. Әсәһенең был аҡылынамы, әллә ҡырыҫлығынамы шунда уҡ төшөнөп етә лә алманы. Әйткән һүҙҙәрен ҡат-ҡат күңеленән үткәреп, еңеләйеү йә бушаныу ҡатыш, киреһенсә, ауырайыу һәм көсөргәнеү тойғоларын кисереп, баҫыу аша тура юл буйлап атланы. Ҡайтҡас, ни ҡылырға, ҡыланырға тейеш? Аңлашылмай, бөтөнләй буталды.

Барыбер хәл итеү юлына башы барып етмәҫен аңлап, Зәмирә әсәһе өгөтө буйынса туй көнөн мейеһенән үткәрҙе. Ниндәй бәхетле инеләр Зариф менән шул көндәрҙә! Күпме зиннәтле бүләктәр тапшырылды, күпме матур һүҙҙәр, изге теләктәр әйтелде уларға!

Туҡта, ҡотлау һүҙендә әсәһе ни әйткәйне һуң уға?

– Төшкән ереңә таш булып бат, ҡыҙым, – тине ул ҡалтыраулы тауышы менән. – Кире ҡайтып йөрөмә. Тик ҡунаҡҡа йышыраҡ килегеҙ!

Бына һиңә мә! Баҡтиһәң, бер бөгөн түгел, шул саҡта уҡ төп нәсихәтен әйтеп биргән булған икән әсәһе! Эйе, кеше һүҙҙәргә әһәмиәт бирмәй, бары үҙ башы аша үткәргәс кенә төшөнә мәғәнәһенә һәм ҡабул итә.

Зәмирә ҡалған юлды икеләнеү тойғоһо менән түгел, ә тәүәккәллек менән үтте.

Иртәгәһенә таң һыҙылыу менән тороп, мал-тыуар, ҡош-ҡортто ҡарағас һәм аш-һыу әҙерләгәс тә һәнәк-тырмаларын йыйнарға тотондо. Шул ғына ҡалмағайы, тырмаһының ике теше һынған даһа. Келәттән балта алыуына Зариф сығып торғайны. Бер килке ҡатынының булышыуына текләп ҡарап торҙо ла янына килде.
– Ҡана, үҙем.

Ҡыҫҡаһы, тамаҡ ялғағас, икәүләшеп туғайға бесән эшләргә киттеләр.

...Хәҙер килеп Фирғәте уның ҡылығын ҡабатлаймы? Ата-әсә өсөн бәхет нимәлә? Балаһының бәхетле йәшәүендә. Юҡ, улай ғына ла түгел: үҙҙәренән дә бәхетлерәк йәшәүендә. Тимәк, оло быуын йәштәргә тормошто, донъяны матурыраҡ, таҙараҡ, иплерәк һәм аҡыллыраҡ итеп төҙөп ҡалдырырға тейеш.

Быҙауын түбәлек аҫтына индереп бикләп ҡуйғас та сәй йүнәтергә тип өйөнә ашыҡманы Зәмирә. Кәртә тирәһендә лә эштәре хәтһеҙ.

Себештәрҙең һыуын алыштырып торғанында ҡапҡаның асылып ябылыуы ишетелде.

– Әсәй, һаумы... – Юл сумкаһы күтәргән Фирғәт ғәҙәтенсә йүгереп килеп әсәһен ҡосаҡлап алманы. Инеп баҫҡан урынында тапанып ҡалды.

Зәмирә үҙе уға ҡаршы атланы. Ҡулын ҡыҫты.

– Бына, ҡайттым, – тине Фирғәт, башын аҫҡа эйеп.

– Күрәм. Әйҙә, ултырып торайыҡ, улым, – тип Зәмирә болдорға беркетеп эшләнгән эскәмйәгә ымланы.

Автор: Фәйез ХАРРАСОВ.
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/kire-aytyp-y-r-m-a-a-y/?PAGEN_2=2
Читайте нас: