+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Февраль 2021, 16:55

ӨС ТӨРЛӨ ДАУА (ЮМОРЕСКА)

– Мөмкинме?– Рәхим итегеҙ. Нимәләр борсой, барыһын да һөйләгеҙ, иғтибар менән тыңлайым.– Доктор, ҡан баҫымы бигерәк юғары, йөрәк тә шаяра башланы, бына кисә...

– Ҡайҙа эшләйһегеҙ?
– Нефть эшкәртеү заводы директоры урынбаҫары мин. Үткән ялда Швейцарияға саңғы шыуырға барғайнык, шунда көс төштө инде әллә?
– Аңлашылды. Һеҙгә Гавай утрауҙарында ял итеп алырға кәрәк. Египет йәки Таиланд һауаһы ла килешер. Тик яңғыҙ йөрөмәгеҙ, эргәгеҙҙә тәжрибәле табип булырға тейеш. Бына минең телефон, визитка. Вакыт табып, үҙем оҙатып йөрөрмөн.
– Ҡуйығыҙсы, Һеҙҙе мәшәҡәтләге килмәй.
– Ауырыуҙарҙа ярҙам итеү беҙҙең бурыс. Ә һеҙҙең ғүмер ҡурҡыныс аҫтында. Тәжрибәле табип буларак, битараф ҡала алмайым. Әйҙәгеҙ, хөрмәтлем, тейешле анализдарҙы тапшырайыҡ та дауалау курсын башларбыҙ.
– Мөмкинме?
– Рәхим итегеҙ. Иғтибар менән тыңлайым.
– Ҡан баҫымы күтәрелә лә китә, йөрәк шаярғылай. Бына әле генә...
– Ҡайҙа эшләйһегеҙ?
– Автосервиста. Машиналар йүнәтәм.
– Аңлашылды, ҡустым. Ауырыуың үтә ҡурҡыныс түгел, шулай ҙа бер аҙ дауаланып алырға тура килер. Бына ошо дарыуҙарҙы тап бына ошо аптеканан һатып ал. Унда осһоҙораҡ та һәйбәтерәк тә. Эйе, онотоп торам. Шул аптека алдында торҙан "джип"ты ҡарап китерһең әле. Ни эшләптер двигателе көйһөҙләнә. Асҡысы минең ҡатында булыр. Шул аптека мөдире булып эшләй ул. Ярай, кустым, хуш, бер аҙнанан тағы килеп китерһең.
– Мөмкинме, улым?
– Рәхим итегеҙ, әбекәй, нимә, йөрәк шаяра, ҡан баҫымы бер күтәрелә, бер төшәме?
– Духтыр түгел, әүлиә икәнһең, улым, нисек кенә аңғартып һөйләрмен инде тип ҡайғырып килә инем, бына бит, үҙең әйттең дә бирҙең.
– Пенсия алаһыңдыр инде, әбекәй?
– Шул пенсия аҡсаһына ҡарап торабыҙ инде, рәхмәт яуһын Хөкүмәткә, ярҙамынан ташламай. Ней бит әле, улым, минең ауырыуҙарҙы ҡайҙан белдең тип һорамаҡсы инем, маңлайға яҙылмағандыр бит, гонаһ шомлоғо?
– Һинең йәштә беҙгә лә шулай йүгереп йөрөргә яҙһын инде, әбекәй. йөрәге шаярмаған, ҡан баҫымы юғары булмаған пенсионерҙы осратҡаным юҡ әле, шуға әйттем дә. Шап-шаҡтай әле һин, тағҙы йөҙ йыл йәшәрһең. Шулай ҙа кәңәшемде тот: күберәк саф һауала йөрө, сәйҙе үтә ҡуйы эсмә, тулҡынланма. Ярай, әбекәй, һаулығың бик ҡаҡшап китһә, тағы берәй тапҡыр килеп сыҡ. Һау булып тор!
МАРАТ ӘМИНЕВ.
https://zori102-b.rbsmi.ru/articles/common_material/s-t-rl-daua-yumoreska--Marat-minev-680432/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=107891741
Читайте нас: