+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Февраль 2021, 11:35

«Ит лавкаһы» һеҙҙең өсөн

Бөтәһе лә сифатлы һәм бик тәмле

Дәүләкән бренды магазиндары һатып алыусыларҙы тауарҙың төрлөлөгө һәм сифаты менән ҡыуандыра
Дәүләкән пенсионерҙары Григорьевтар ғаиләһендә ял иртәһе ғәҙәти булмағанса башланды – Өфөлә йәшәгән ҡыҙҙары шылтыратып, бер сәғәттән ғаиләләре менән килеп етәсәктәрен хәбәр итте һәм оҙаҡҡа килмәүҙәрен, бер нәмә лә әҙерләп мәшәҡәтләнмәүҙәрен үтенде. Атай-әсәй әлбиттә, шатланды, әммә барыбер ҙә, ҡунаҡтарҙы нимә менән ҡаршыларға, магазинға барғансы, әҙерләгәнсе... «Борсолма ҡатын! Хәҙер барыһы ла буласаҡ», - тине Семен Петрович һәм тиҙ генә йыйынып, сығып китте. Ә ярты сәғәттән һуң инде ул аҙыҡ-түлек тултырылған ҙур пакеттар күтәреп, әйләнеп тә ҡайтты. Унда нимәләр генә юҡ ине: туңдырылған голубцы һәм билмәндәр, купаттар, колбаса, ыҫланған түш ите һәм алтынһыу төҫтәге ыҫланған тауыҡ, ике ҙур бәлеш, хатта ейәнсәрҙәре яратҡан пицца менән ҡамыр эсендә бешкән сосискалар. Тағы ла күпереп бешкән икмәк, таралып торған эремсек, ҡаймаҡ. Бөтәһе лә сифатлы һәм бик тәмле. Уларҙың барыһы ла Завод урамында урынлашҡан «Ит лавкаһы» магазинынан алынған. Бында һәр ваҡытта ла бөтә аҙыҡ тәмле, һатылмай ятҡан тауар юҡ.
Ысынлап та «Ит лавкаһы» бренды аҫтындағы магазиндар селтәре ҡалала йәшәүселәрҙең күпселегенә даими киңәйтелеп торған, сифатлы, киң ассортименттағы тауарҙары менән билдәле. Шулай булмай мөмкин дә түгел, сөнки бында үҙ производстволарында, Соколовка ит комбинатында етештерелгән продукция менән сауҙа итәләр. Ярымфабрикаттар һәм колбаса изделиелары өсөн сеймал да урындағы тикшерелеү үткән тауар етештереүселәрҙән генә алына, яңы ғына етештерелгән була, ә меңәр километрҙарҙан килтерелгән һәм бер нисә тапҡыр иретелгән- туңдырылған түгел.
Заманса ҡорамалдар, тәжрибәле белгестәр һәм әҙерләү технологияһын етди күҙәтеү, изделиеларҙың юғары сифатын һаҡларға булышлыҡ итә. Һатыуҙа һәр ваҡытта яңы салынған һыйыр, сусҡа, һарыҡ, ҡош-ҡорт ите бар, улар киҫәктәргә бүлгеләнгән, таҙа һәм матур. 30-ҙан ашыу ризыҡ төрө: фарштың төрлө төрҙәре һәм билмән, варениктар, өсбосмаҡтар, ваҡ-бәлештәр, хинкалиҙар, мантыҙар+, наггетстар, кәтлиттәр, тефтелиҙар ярымфабрикаттары бар. Колбасаларҙың бешерелгәне, ярымыҫланғаны, бешереп ыҫланғаны, туралғаны, ветчина, сосискалар, сарделькалар бар.
Күптән түгел Завод урамы, 4 адресы буйынса урынлашҡан «Ит лавкаһы» магазинында икмәк бешерә башланылар, шунда уҡ кулинария бар, унда яңы ғына мейестән сыҡҡан бешкән әйберҙәр, ит, кәбеҫтә, балыҡ, шулай уҡ татлы эслек һалып бешерелгән, күп ҡатлы бәлештәр һатып алырға мөмкин. Ошонда уҡ урынлашҡан йәмле кафела тәмлекәстәр менән сәй йәиһә ҡәһеүә эсергә, күңелгә тыныслыҡ биреүсе мөхиттә дуҫтар, яҡындар менән ял итергә мөмкин.
«Ит лавкаһы» ашнаҡсыһы сәғәт һигеҙгә магазин асылыуға витриналар хуш еҫле, эҫелек бөркөп торған тәмле изделиелар менән тулһын өсөн, иртәнге алтынан уҡ аяҡ өҫтөндә. Бында көнөнә 70-ләп дана бәлеш, ике йөҙҙән ашыу ваҡ бәлеш, курниктар, пиццалар, хот-догтар, пирожкиҙар, сочниктар һәм башҡа бик күп төрлө изделиелар бешерелә.
Бешерелгән продукцияның бер өлөшө Завод урамындағы кулинарияла һатыла, ҡалған өлөшө ҡала үҙәгендәге балалар ижады йорто эргәһендәге күптән түгел генә асылған һәм ГНС районындағы Спорт урамы, 27а,адресы буйынса урынлашҡан «Ит лавкаһы» филиалдарына таратыла. Ленин урамы, 50 һәм Ҡаран тыҡрығы, 33 адрестары буйынса ла магазиндар бар. Бөтә ерҙә лә таҙалыҡ һәм тәртип күҙәтелә.Үҙҙәрендә етештерелгән продукциянан тыш, бакалея тауарҙары: ярмалар, консервалар, кондитер изделиелары, сәй, тәмләткестәр, соустар һәм башҡа бик күп тауарҙар бар. «Аҡ болот » республика брендының һөт продукцияһы: һөт, кефир, йогурттар, эремсек, ҡаймаҡ тәҡдим ителгән. Һатыуҙа һәр ваҡытта төрлө файҙалы өҫтәлмәләр, көрпәләр ҡушып бешерелгән яңы икмәк, шулай уҡ ҡулланыусыларҙың абруйын яулаған Дәүләкән районының Александровка һәм Сергиополь пекарняларында бешерелгән хуш еҫле икмәк бар.
Реклама хоҡуғында
Читайте нас: