-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Февраль 2021, 14:00

Ватанды һаҡлау – изге бурыс

Ватанды һаҡлаусылар көнө яҡынлаша. Ошо уңайҙан ир-егеттәребеҙҙе яҡынлашып килгән байрам менєн ҡотлайбыҙ һәм һеҙҙең иғтибарға районда йәшәгән Ватан һаҡсылары тураһында мәҡәләләр тәҡдим итәбеҙ. Дәүләкән районы Вперед ауылында йәшәүсе Юлай Вәлиулла улы Ғәтиәтуллиндың әрме йылдары хаҡындағы иҫтәлектәре - уларҙың тәүгеһе..Уны беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Мин, Ғәтиәтуллин Юлай Вәлиулла улы, һалдат бурысын 1968-1970-се йылдарҙа үтәнем. Миңә, ябай ауыл егетенә донъялағы иң беренсе АЭС урынлашҡан Обнинск ҡалаһында хеҙмәт итеү бәхете тейҙе. Водитель булараҡ, полк командирын йөрөттөм. 50 йыл ғүмер үтһә лә, ул көндәр бөгөнгөләй хәтеремдә. Минең өсөн һалдат бурысын үтәү Тыуған илгә булған тәрән һөйөү ҙә, уның өсөн сикһеҙ ғорурлыҡ тойғоһо ла, бер үк ваҡытта сынығыу мәктәбе лә булды. Егеттәргә кәңәшем шул: әрме хеҙмәтенән ҡурҡмағыҙ, тыуған ерегеҙҙе яратығыҙ, уны һаҡларға һәр саҡ әҙер тороғоҙ.
Ир-егеттәрҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайым! Сәләмәтлек, тыныс күк йөҙө теләйем! Байрам уңайынан бар һалдаттарға ла үҙем ижад иткән шиғыр юлдарын арнайым.
Һалдатҡа
Ҡош осоп етмәҫ ерҙәргә
Ут аша барҙың атлап.
Бөтөн ҡоралың иңеңдә -
Ауыр түгелме, һалдат?
Һыуға баттың – ҡоро сыҡтың,
Утта янманың, һалдат.
Йөҙ ҡат ҡамауҙа ҡалһаң да,
Һин йырып сыҡтың, һалдат!
Төндәрен йоҡо күрмәнең,
Һин алға барҙың, һалдат.
Күпме тереләй күмелдең,
Тик иҫән ҡалдың, һалдат!
Юлай Ғәтиәтуллин, Дружба ауылы.
Фотола: Ю.Ғәтиәтуллин командиры И.Ф. Воробьев менән. 1969 йыл.
Читайте нас: