Яңғыраһа сит ерҙәрҙә туған телем,
Иҫкә төшә тәү ҡат тәпәй баҫҡан ерем.
Йырлы-моңло, һандуғаслы төйәгем,
Дарҫлап тибеп алып китә йөрәгем.
Үҙ телеңдә һөйләшкәндәр яҡын була,
Сит-ят ерҙә алтындан да ҡиммәт була,
Бары шунда төшөнәһең баһаһын -
Туған телдә һөйләшеүҙең баһаһын.