-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Февраль 2021, 19:00

Тымыҡ океан флоты морягы

Ир-егеттәребеҙ байрамы – Ватанды һаҡлаусылар көнө яҡынлаша.Ошо уңайҙан һеҙҙең иғтибарға әрмелә булып, илебеҙ ҡаршыһындағы бурыстарын намыҫ менән үтәп ҡайтҡан ир-егеттәребеҙ тураһында мәҡәләләр тәҡдим итәбеҙ.Уларҙың тәүгеһе – Дәүләкән районы Айыухан ауылында йәшәүсе Буранғоловтарға арнала.Тәүге яҙма ғаилә башлығы Рәмил Сәрүәретдин улы Буранғолов тураһында.

Ул 1970 йылдың 1 июнендә Айыухан ауылында тыуған. Раев урта мәктәбендә, артабан 103-сө АПТУ-ла белем алған. Уҡыуын тамамлағас, 1988 йылдың 21 ноябрендә Совет Армияһы сафына саҡырыла. Тәүҙә Кронштадта, ике Ҡыҙыл Байраҡлы Балтика флотының «132-cе ВШМС» сержанттар мәктәбендә уҡый. Уны тамамлағандан һуң Ҡыҙыл Байраҡлы хәрби авиация Тымыҡ океан флотына янғын командаһы командиры итеп йүнәлтелә. Сержант званиеһы ала. 1990 йылдың 6 ноябрендә демобилизациялана.
1991 йылдың ғинуарында «Путь Ильича» колхозында водитель булып хеҙмәт юлын башлай. Ғаилә ҡора. Тормош иптәше Гүзәлиә менән ике улға ғүмер биреп, белем алырға ярҙам иткәндәр. Бөгөнгө көндә (2001 йылдан ) алыҫ Себер тарафтарында, «Роснефть-Пурнефтегаз» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә вахта ысулы менән эшләп йөрөй.
Читайте нас: