+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Февраль 2021, 01:10

Ҡаҙырғол ракетасылары

Аталы-уллы Тимерйән һәм Фидан Килмөхәмәтовтар икеһе лә хәрби ракетасы

Тимерйән ағайҙың Ватан алдындағы хәрби бурысын үтәүгә инде нисә тиҫтә йыл үткән. Армиянан ҡайтҡас "Өршәк" колхозында шофер булып эшләй, ғаилә ҡора, ҡатыны Сәлимә апай менән бергәләп ҙур йорт һалып сығалар, ике ҡыҙға, бер улға ғүмер бүләк итәләр. Тормош мәшәҡәттәренә күмелеп, көн артынан көн, уның менән бергә йылдар үткән. Улдары Фидандың хеҙмәт итеп ҡайтыуына ла инде апаруҡ ваҡыт. Улының да үҙе һымаҡ, ракетасы булыуына шатлана ғаилә башлығы. Берҙән-бер улдарының Ватан алдындағы бурысын лайыҡлы үтәп ҡайтыуына һаман да ҡыуанып бөтә алмай ата-әсә. Бөгөн Фидан үҙе ике бала атаһы. Улдары бер аҙ үҫә төшкәс, Ырымбур өлкәһенең Ясный ҡалаһында үткән хеҙмәт көндәрен уларға ла һөйләр. Малайҙары үҫеп етеүгә әрме хеҙмәте нисек булыр, әлегә билдәһеҙ, әммә Ватанды һаҡлау - ир-егеттең төп бурысы булыуын атай кеше уларға бәләкәйҙән үк аңлатыр. Был байрам көндәрендә Килмөхәмәтовтар ҙа яҡындарынан, туғандарынан ихлас ҡотлау һүҙҙәрен ҡабул итә һәм күңелдәренән генә йәнә бер йәшлек йылдарына әйләнеп ҡайта, иптәштәрен иҫтәренә төшөрә.
Читайте нас: