Денис Рәмил улы Буранғолов 1992 йылда Айыухан ауылында тыуған. Раев мәктәбендә белем алған. 11-се класты тамамлағандан һуң, Өфө ҡалаһының Дим микрорайонында урынлашҡан Һамар тимер юлсылар техникумында тик яҡшы билдәләргә генә уҡый. Ҡыҙыл дипломын алған көнөндә әрме сафтарына саҡырыла. Байкал аръяғы крайының Чита ҡалаһындағы 5-се айырымланған гвардия танк бригадаһында намыҫлы хеҙмәт итә. Ата-әсәһенә ул хеҙмәт иткән часть командирынан рәхмәт хаты килә. Хеҙмәтен тултырып, тыуған яҡтарына ҡайтҡас, һөнәре буйынса эш башлай. Бөгөнгө көндә Дим депоһында машинист ярҙамсыһы булып хеҙмәт һала.