+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Февраль 2021, 20:50

«Һалдат мунсаһы хәтергә һеңеп ҡалған...»

ти Айыухан ауылында йәшәүсе Әғзәм Мирғәзийән улы Хәйруллин.Ни өсөн шулай тип әйтеүе тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Иртәгә ир-егеттәребеҙ байрамы – Ватанды һаҡлаусылар көнө. Ошо уңайҙан һеҙҙең иғтибарға әрмелә булып, илебеҙ ҡаршыһындағы бурыстарын намыҫ менән үтәп ҡайтҡан ир-егеттәребеҙ тураһында мәҡәләләр тәҡдим итәбеҙ. Артабанғы яҙма – өлкән быуын һалдаттарының береһе, Дәүләкән районы Айыухан ауылында йәшәүсе Әғзәм Мирғәзийән улы Хәйруллин тураһында.
Әғзәм Мирғәзийән улы Хәйруллин Айыухан ауылында тыуып-үҫкән. Совет Армияһы сафтарына 1969 йылдың 8 майында саҡырыла. Павловск ҡалаһында, Ленинград хәрби округында, 51533-сө хәрби частың танктарға ҡаршы батареяһында штаб машинаһы водителе булып хеҙмәт итә. Уға Ленинград хәрби округында һалдаттар араһында уҙғарылған ярыштарҙа ҡатнашырға насип була. Уларҙың батареяһы был ярыштарҙа беренсе урын ала.
В.И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан 1970 йылда уҙған Көньяҡ-Төньяҡ учениеларында ҡатнаша. Унда полковник Ивановты оҙатып йөрөй. Был учениелар ваҡытында йөҙйәшәр ҡарағай урмандары, күп һанлы күлдәре булған гүзәл тәбиғәтле Карелияға тиклем барып етергә тура килә. Кире часҡа ҡайтҡанда, Ленинград ҡалаһы аша уҙалар. Беренсе тапҡыр айырып ҡуйылыусы күперҙәрҙе күреп, хайран ҡала. Һуғыш йылдарында Ржевка районында башланған Ладога күле аша һалынған йәшәү юлына (дорога жизни) тиклем барырға насип була Әғзәм Мирғәзийән улына. 1971йылдың июнендә демобилизациялана. Үҙенең һалдат йылдарын иҫкә алғанда, ул йыш ҡына: «Ял көндәрендә һалдат мунсаһына йөрөү күңелгә иң һеңеп ҡалған хәтирә булды. Иртәнге 6-нан тороп, 2 саҡрым араны йәйәүләп барабыҙ, беҙ барып еткәнсе мунса һыуына, шул һалҡын мунсала йыуынабыҙ ҙа, шулай еүеш килеш, тағы ла һалҡында атлап ҡайтабыҙ», - тип һөйләй.
Уҙған йылда Әғзәм Мирғәзийән улы Хәйруллин ауылдарында борондан йәшәп килгән йоланы тергеҙеү маҡсатында һалдатҡа китеүсе егеттәрҙе ауыл осона сығып, оҙатып ҡала торған урында ҡыҙыл йондоҙло иҫтәлекле бағана ултыртҡан. Хәҙер ауылдаштары Айыухан ауылы егеттәрен әрмегә ошо иҫтәлекле урында күмәкләп оҙатыр, уларға аҡ юлдар һәм уңышлы хеҙмәт теләп ҡалыр.
Читайте нас: