+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Февраль 2021, 03:30

Һалдат улыңды ҡаршы алыу - иң бәхетле мәл

Нурия һәм Ришат Арыҫлановтар улдары Айнурҙы ҡаршыларға Өфө вокзалына уҡ барған

- Өйҙә сыҙап ултырып булманы, шуға һалдатыбыҙҙы алып ҡайтҡан проезды Өфө вокзалында көттөк, - тиҙәр улар. - Күңелдә шундай рәхәтлек, уны һүҙҙәр менән әйтеп аңлатырлыҡ түгел. Армияға оҙатҡанда нисектер бәләкәй һымаҡ тойолған улыбыҙ бер башҡа үҫеп, нығынып ҡайтҡан һымаҡ. Килешле һалдат формаһындағы ҡәҙерле кешебеҙҙе бөтә ғаиләбеҙ менән перронда ҡосаҡлап алдыҡ. Бындай бәхетте мәлде улын хеҙмәткә оҙатҡан һәр әсә кисерһен.
Айнур - Арыҫлановтар ғаиләһендә баш бала. Яңы Йәнбәк урта мәктәбендә белем ала. Бөгөн инде ул Совет армияһы сафтарында бергә хеҙмәт иткән дуҫтарына ҡотлау сәләмдәре ебәрә, үҙе лә ҡотлауҙар ҡабул итә. Тыуған йорттан алыҫта булғанда кесе Ватанын - Өршәк йылғаһы буйында ултырған Ҡаҙырғол ауылын һағыныуын йәшермәй. Атай йорто, туғандар ҡайҙа ғына булһаң да һәр саҡ үҙенә тарта.
Читайте нас: