Ул 2016 йылдың июлендә Дәүләкән хәрби комиссариаты тарафынан хәрби хеҙмәткә алына. Армияға тиклем тимер юл техникумын тамамлап, электромонтер, механик һөнәрҙәрен ала. Дипломлы йәш белгес хеҙмәт эшмәкәрлеген башлағансы тәү башта Ватан алдындағы бурысын үтәүгә өҫтөнлөк бирә. Бер йыл һиҙелмәй ҙә үтеп китә. Өйҙә уны атаһы Ришат Фидал улы һәм әсәһе Зәбиҙә Риф ҡыҙы ҙур түҙемһеҙлек менән, һәр көндө һанап тиерлек көтә. Денис хеҙмәт итеп ҡайтыуы менән бик тә ғорурлана, хеҙмәттәштәрен һәр саҡ иҫкә ала, күптәре менән социаль селтәрҙәрҙә бәйләнеш тота. Бөгөн Денис Шакиров - 5-се разрядлы электромонтер булып эшләп йөрөй. Шул уҡ ваҡытта ситтән тороп Башҡорт дәүләт аграр университетында белем ала. Тимәк, бер нисә йылдан егет юғары белемгә эйә буласаҡ. Яҙғы һәм көҙгө саҡырылыш мәлдәрендә Денис поезда хәрби бурысын үтәргә алынған егеттәрҙе күргән һайын күңеленән генә уларға хәйерле юл, иҫән-имен хеҙмәт итеп ҡайтыуҙарын теләп ҡала. Ә хәрби кейемдә ҡайтып килгән һалдаттар өсөн ихлас ҡыуана. Башҡаса булыуы мөмкин дә түгел, сөнки ул үҙе лә кисәге һалдат бит!